Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 10:30

Кәүҙәһе яланда табылған...

Ул ике аҙна элек юғалған ине

30 йәшлек Стәрлебаш районы кешеһе Стәрлетамаҡтан 36 йәшлек ирҙе үлтереүҙә ғәйепләнә, һуңғыһы ике аҙна элек юғалғандар исемлегендә булған. Был турала Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

36 йәшлек юғалған ирҙең яланғас кәүҙәһен 23 октябрҙә Ишембай районы Ромадановка ауылы эргәһендәрәк юлдан алыҫ түгел яланда тапҡандар. Мәйеттең тәнендә күп һанлы йәрәхәт эҙҙәре була. Бының буйынса Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Тикшереү һөҙөмтәһендә шулар асыҡланған: ир Стәрлебаш районынан 30 йәшлек танышы менән бергә эсеп ултырғандан һуң бәйләнешкә инмәй, тап шул әҙәмдең уны үлтереүҙә ҡатнашы бар. Һорау алыу мәлендә енәйәтсе ғәйебен таныған.

Тикшереү фаразы буйынса, 11 октябрь көндөҙ ике ир Стәрлетамаҡта Ольховка йылғаһы яры буйында байрам иткән, һәр ваҡыттағыса, эске йүнлегә алып бармай - араларында низағ ҡупҡан. Ул ҡул һуғышына тиклем еткән, йәшерәге икенсе ирҙең муйынын быуған. Аҙаҡ, йәнһеҙ кәүҙәне машинаһына тейәп, Ишембай районына ҡараған яланда, үлектең һәм үҙенең кейемен яндырғандан һуң, ҡалдырып киткән.

Әле кеше үлтереүҙә ғәйепләнгән ирҙе һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе ҡарала, табылған әйберҙәр экспертизаға ебәрелгән.
Фото:cityopen.ru
Читайте нас