Йәмғиәт
28 Октябрь 2020, 09:30

Тик һин йәшә генә, Асель

Бала әле һаман ауыр хәлдә. Ата-әсә мөғжизәгә өмөт итә

22 октябрҙә Өфө – Яңауыл трассаһында ҡурҡыныс авария булды. Унда еңел машина менән йөк машинаһы бәрелеште. Боҙлауыҡ шарттарында еңел машинаны болғай башлай һәм ул тәүҙә ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға, аҙаҡ юлдан осоп ҡолай.
Руль артында өләсәй кеше ултыра, уның менән һигеҙ йәшлек ейәнсәре Асель дә була. Улар икеһе лә ауыр йәрәхәттәр ала һәм әле һаман дауаханала ята. Ҡалған пассажирҙарҙың хәле һәйбәт.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, баланың баш мейеһе йәрәхәтләнгән. Улар үҙҙәре Нефтекама ҡалаһында йәшәһә лә, авариянан һуң иң яҡын булған Бөрө дауаханаһына алып баралар. “КП-Уфа” баҫмаһы белдереүенсә, балаға тәүҙә бик күп ҡан талап ителә. Ҡыҙҙың әсәһе Лиана социаль селтәрҙәргә балаһына ярҙам итеүҙе һәм ҡан тапшырыуҙы һорап яҙа. Ҡанды Бөрө, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында тапшырырға мөмкин була.
– Әсәйем һәм ҡыҙым әле һаман ауыр хәлдә. Тик хәлдәре хөртәймәй ҙә, был яҡшы, - ти Лиана. – Шул тиклем кеше ярҙамға килер тип көтмәгәйнек тә. Беҙҙең доғалар менән улар һауығыр тип ышанам.
Билдәле булыуынса, ҡыҙыҡай өсөн етәрлек ҡан тапшырылған. 26 октябрҙә генә 55 кеше килеп, Асель өсөн донор булған.
– Табиптар бер нимә лә әйтә алмай. Мөғжизәгә ышанабыҙ. Ҡыҙым өсөн ҡан биргән һәр кемгә рәхмәт. Тормошта шундай хәлдәр була, матди именлеккә ҡарағанда кешелеклек күпкә юғары булып сыға, – ти әсә.
Ысынлап та, беҙҙең республикала ярҙамға килер, кеше бәләһенә битараф булмаған кешеләр күп. Тап шулар арҡаһында тормошобоҙ яҡшыраҡтыр ҙа... Кеше булып ҡалайыҡ.
Фото: КП-Уфа.
Читайте нас