Йәмғиәт
28 Октября 2020, 13:30

Учалы ҡалаһында – яңы башлыҡ

“Рәсәй лидерҙары” конкурсының ярым финалсыһы Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының флагман проекты – “Рәсәй лидерҙары” конкурсының өсөнсө миҙгеле ярым финалсыһы Илмир Ғәзизов Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
Илмир Ғәзизов 1985 йылдың 6 ноябрендә Учалы ҡалаһында тыуған. Көньяҡ Урал дәүләт университетын тамамлаған. Студент йылдарынан уҡ йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы, бер нисә йыл Учалы районының Йәштәр советы рәйесе була.
Университетты тамамлағас, тыуған ҡалаһына ҡайтып, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатындағы ер аҫты руднигының хеҙмәт һәм эш хаҡы бүлегендә ЭВМ операторы булып эш башлай. Унун һуң комбинаттың социаль проекттар идаралығы иҡтисадсыһы була. 2017 йылдың апреленән әлегә тиклем – “Башстройком” йәмғиәте компанияһы директоры.
2011 йылдың мартынан – Учалы район Советы Президиумы ағзаһы, 2016 йылдан муниципаль район Советының бюджет, һалым һәм милек мәсьәләләре буйынса даими комиссияһы рәйесе була.
Фото: лидерыроссии.рф
Читайте нас