“Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы, быйыл Өфөнөң Киров районында күп фатирлы 29 йорттоң туғыҙ ихатаһын төҙөкләндерәләр.
Әүәлге тәжрибәне иҫәпкә алып, әле комплекслы алым ҡулланылған, йәғни бер үк ваҡытта күп фатирлы бер нисә йорттоң ихатаһы ремонтлана.
Батыр урамындағы 10, 10/1, 12, 14-се йорттарҙың ихатаһы - быға сағыу миҫал. Август аҙағында башланған эш әле тамамланып килә. Балалар майҙансығын йыһазландырырға ҡалған.
Әллә ни оҙаҡ ваҡыт үтмәһә лә, ихатала байтаҡ эш башҡарылған. Атап әйткәндә, юл киңәйтелгән, туҡталҡала урындар артҡан, асфальт япма тулыһынса алмаштырылған, рөхсәтһеҙ ҡуйылған металл гараждар һүтелгән. Йәнә видеокүҙәтеү, ял итеү өсөн ҙур булмаған сквер, аллея барлыҡҡа килгән.
Был ихаталағы йорттар подъездарҙы капиталь ремонтлау программаһында ла ҡатнаша. Әле 10-сы һәм 10/1-се йорт подъездары тулыһынса төҙөкләндерелгән, 12-се йортта ремонт былтыр уҡ яһалған. Әйткәндәй, уларҙа шулай уҡ лифттар ҙа алмаштырылған.