Йәмғиәт
29 Октябрь 2020, 18:00

"Беҙгә ошондай яңы ҡараш бик кәрәк ине"

Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ниндәй проект тәҡдим ителде?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән онлайн-кәңәшмәлә Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде. Был мөһим ваҡиға 2024 йылда буласаҡ.
Ҡаланың үҫеш программаһын М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының “Мәҙәниәт иҡтисады, ҡала үҫеше һәм креатив индустриялар тикшереү үҙәге” уҡыу-ғилми лабораторияһы мөдире Сергей Капков тәҡдим итте. Ул 24 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү, яңы социаль объекттар һалыу, Ағиҙел яры буйын үҫтереү, яңы һәйкәлдәр ҡуйыу, ҡала халҡы күпләп булған урындарҙың маршрутын эшләү һ.б. күҙ уңында тота.
Проект Мәскәүҙең урбанистика үҙәге ҡатнашлығында эшләнгән. Уны башҡаларҙан биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә комплеклы ҡараш айырып тора. Сергей Капков һөйләүенсә, Октябрь революцияһы урамын Иҫке Өфөнөң төп йәйәүле урамы итеү бындағы тарихи объекттарҙы реставрациялау менән бергә башҡарыласаҡ. Шулай уҡ яҡын-тирәләге ихаталар ҙа кешеләрҙе йәлеп итеү урынына әйләнәсәк: фудкорттар, бәләкәй театр майҙандары, ижади киңлектәр, асыҡ лекторийҙар һ.б. булдырыу күҙаллана. Яңы яр буйын үҫтереү иһә үҙ эсенә, башҡа проекттарҙан тыш, баҫҡыстар һәм ауыш лифттар ҡуйыу, Ағиҙел аша күперҙе үҙенсәлекле яҡтыртыуҙы ла аласаҡ.
– Өфөгә бындай яңы ҡараш беҙгә бик кәрәк ине, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең үҙәк менән эшләргә теләүегеҙҙе раҫлайбыҙ. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы ҡаланы артабан үҫтереү өсөн этәргес булырға тейеш. 43 ай эсендә беҙгә бик күп хроник проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Беҙ федераль үҙәккә Өфөнөң 450 йыллығын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты булдырыу тәҡдиме менән сыҡтыҡ һәм яуап көтәбеҙ. Был эште әле үк башлауыбыҙға шатмын. Тәҡдим ителгән концепцияның ҡайһы бер элементтары менән риза түгелбеҙ, һөҙөмтә проектына уларҙың бөтәһе лә инмәйәсәк, тик 80 процентҡа тормошҡа ашырырбыҙ тип уйлайым.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас