Йәмғиәт
29 Октябрь 2020, 08:00

Һин дә комсомол булдыңмы?

Статистика буйынса, илдә 200 миллиондан ашыу егет һәм ҡыҙ комсомол мәктәбен үткән

Тарихыбыҙ иҫтәлекле ваҡиғаларға бай. Бөгөн - комсомол ойошмаһының 102 йыллығы. 1918 йылда тәүге съезд үтеп, Рәсәй йәштәр коммунистик союзы булдырыла.
Статистика буйынса, илдең 200 миллиондан артыҡ егет һәм ҡыҙы комсомол мәктәбен уҙған. Йәштәр Ватан алдында торған ҙур һәм мөһим бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан, илебеҙ тарихына иҫ киткес бай иҫтәлекле йылъяҙмалар яҙып ҡалдырған. Комсомолдар, ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәләр ҙә, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта, беренселәр рәтендә булғандар. Комсомол ойошмаһы йәштәрҙе шәхес булараҡ тәрбиәләп, уларға йәмғиәттә үҙ урынын табырға булышҡан.
Байрам менән, элекке комсомолдар! Әйҙәгеҙ хәтирәләрҙе яңыртып алайыҡ.
Фото: pozj.ru
Читайте нас