Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 06:45

13 йәшлек ҡыҙ юғалған

Ул өйҙән билдәһеҙ яҡҡа сығып киткән, берәү менән дә элемтәгә сыҡмаған...

Ишембай ҡалаһында 13 йәшлек Каринаны эҙләйҙәр. Ҡыҙыҡай өйҙән билдәһеҙ яҡҡа сығып киткән, берәү менән дә элемтәгә сыҡмай икән. Был турала, "Отклик" ирекмәндәр хеҙмәтенә таянып, "КП-Өфө" хәбәр итә.
Әлегә тиклем ҡыҙ баланың ҡайҙа йөрөүе билдәһеҙ. Ул өҫтөнә күк төҫтәге шапка, ҡара ҡышҡы куртка, күк төҫтәге спорт салбары һәм аҡ табанлы ҡара йәйге кроссовка кейгән. Буйы - 152 сантиметр, тулыраҡ кәүҙәле.

Үҫмерҙе күреп белеүселәр, йәки уның ҡайҙалығы тураһындағы мәғлүмәткә эйә булыусыларҙан 8 987 106 06 01 телефонына шылтыратыуҙы үтенә ирекмәндәр хеҙмәте.
Фото "Отклик" ирекмәндәр хеҙмәтенән.
Читайте нас