Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 09:35

Битлегең ҡайҙа, етәксе?

Көҙ миҙгеле етеү менән киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙың күпләп таралыуы менән бер рәттән, коронавирустың да әүҙемләшеүен күҙаллағандар ине. Ә ҡәһәрле вирус артабан таралмаһын өсөн ҡәҙимге ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур, сөнки уны еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө ныҡлы тәртип һәм аныҡ талаптарҙы үтәү менән генә индерергә мөмкин.

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Рәсәйҙә дөйөм битлек кейеү режимы индерелде. Нормаларҙы үтәүҙе тикшереү буйынса рейдтар үткәрелә, ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән кешеләргә штраф һалыла.
Халыҡ араһындағы тәртипте “Роспотребнадзор” идаралығы күҙәтһә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республика етәксеһенең Контроллек итеү идараһы санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек сараларын власть органдарында һәм уларға буйһонған ойошмаларҙа нисек үтәлеүен тикшерә. Әйтергә кәрәк, рейдтар көн дә буласаҡ һәм республиканың барлыҡ район-ҡалаларында үтәсәк.
Тикшереүселәр араһын­да Баш­ҡортостан Башлығының Контроль идараһы кәңәшсеһе Рөстәм Латипов та бар. Уның фекеренсә, тәү сиратта учреждениелағы хәл етәксенең эшкә мөнәсәбәтенән тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район-ауылдарҙа талаптарҙы насар үтәйҙәр йә бөтөнләй инҡар итәләр. Әммә яҡшы миҫалдар ҙа бар.
Әйткәндәй, коронавирус инфек­цияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәте­нән күрелгән саралар власть органдарында һәм уларға буйһонған ойошмаларҙа үтәлмәй икән, учреждениелар махсус “ҡыҙыл” исемлеккә индереләсәк. Республикалағы барлыҡ административ ойошма-учреждениелар, предприятиелар тикшерелеп бөткәндән һуң, мәғлүмәт төбәк етәксеһенә еткереләсәк.

Читайте нас