Бында булған һәр кеше яңы яр буйын баһалап өлгөрҙө. Уңайлы, сағыу, заманса... Ул бөгөндән ҡала кешеләре һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял урынына әйләнде, күптәр бында фотоға төшөү өсөн дә килә. Яр буйында һәр кем үҙе өсөн ҡыҙыҡлы нәмә табасаҡ – хозур Ағиҙел йылғаһын ҡарарға, ижад һәм спорт менән шөғөлләнергә була.
Уны тулыһынса яңыртыу буйынса эштәр тулы кимәлдә бара. Әлеге чиновниктар өсөн саңлы, тығын автотуҡталҡа урынында үҙебеҙҙең “Ҡыҙыл майҙан”ыбыҙ барлыҡҡа киләсәк. Йәй бында фонтан, ҡыш боҙ майҙансығы буласаҡ. Унда иң мөһим сараларҙы үткәреү ҡарала, ә кешеләр ял итә һәм саф һауала йөрөй аласаҡ. Майҙан уртаһында легендар яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
“Бейеүсе торналар” фонтаны
Ҡала мәҙәниәт һарайы янындағы был данлыҡлы фонтанды тергеҙеүҙе Өфө халҡы бер нисә тиҫтә йыл көттө. Ул ташланған төҙөлөш ине, эште бер кем дә аҙағына тиклем еткерергә теләмәне. Һәм, ниһайәт, "Бейеүсе торналар" икенсе һулыш алды. Төҙөкләндереүҙән һуң ул “Имәнкәй” скверында лайыҡлы урынын алды.
Уның нисек үҙгәргәнен күрҙегеҙме? Танырлыҡ түгел! Быуаны таҙарттылар, ә уның уртаһында фонтан эшләй башланы. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, амфитеатр, ял биләмәһе, кафелар селтәре булдырылды. Элек бындай матур парктар Мәскәү һәм Санкт-Петербургта ғына бар ине. Хәҙер беҙҙә лә!
Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән кешеләр ҙә хәҙер яңыртылған парк буйлап йөрөй ала. Был йәмәғәт киңлеген яңыртыу эше әле лә дауам итә. Күлде тәрәнәйтеү өсөн һыуҙы ағыҙғандар. Оҙаҡламай бында тулы ҡеүәттә ҡала пляжы эшләй башлаясаҡ, унда сисенеү урындары, душ һәм бәҙрәф буласаҡ.
Кем бында беренсе тапҡыр килә, уның Өфөлә икәнлегенә ышанмай ҙа тора. Берәй Европа ҡалаһындағы кеүек. Күңелдә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра ул.
Бында тәмле итеп ашарға, ваҡытты ҡыҙыҡлы, файҙалы үткәрергә була. Музейҙар, театрҙар, клубтар шоу-румдар һәм кафелар менән күршеләш. Уңайлы скверҙар, граффити, скульптуралар, урам кинотеатры, асыҡ һауа аҫтындағы сәхнә азатлыҡ рухын тыуҙыра. Аҙна һайын “Арт-квадрат”та кино күрһәтелә, концерттар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үтә.
Властар ихаталарҙы тулыһынса ремонтларға ҡарар итте. Улар заманса һәм матур килеп сыға, хас Мәскәүҙәге кеүек. Яңыртылған ихаталарҙа хәүефһеҙ балалар һәм спорт майҙансыҡтары, матур эскәмйәләр, яҡтыртыу системаһы, видеокүҙәтеү ҡуйылған, уңайлы туҡталҡалары бар. Программа “Башҡортостан ихаталары” тип атала. Йыл һайын уны тормошҡа ашырыуға миллиард һум самаһы аҡса тотонола.
Былтырҙан алып республикалағы әллә ҡасандан килгән юлдар проблемаһын ҙур ремонттар яһап хәл итә башланылар. Өфөлә генә быйыл 50-нән ашыу юл участкаһы яңыртылды. Был - Ленин, Карл Маркс, Академик Королев, Аҡназаров, Донской, Нехаев, Халтурин, Чудинов, Ветошников, Новоженов һәм башҡа бик күп урамдар. Бер юлы тротуарҙар тәртипкә килтерелде, яҡтылыҡ өҫтәлде.
Ҡалалағы тығындарҙың төп сәбәптәренең береһе – күперҙәр етмәүендә. Өфө өс яҡтан йылға менән уратып алынған, шуға күрә унан тыныс сығыу өсөн кәмендә тағы ун күпер төҙөргә кәрәк. Әлегә иһә ҙур көсөргәнеш Дуҫлыҡ монументы янындағы ҡоролмаларға төшә. Ә машиналар көндән-көн тиерлек арта.
Бер йыл элек иҫке һәм яңы Ағиҙел күпере араһында өҫтәмә күпер төҙөлә башланы. Икенсе ҙур проект – Көнсығыштан сығыу юлы. Был тоннель 21-се дауахана янында башлана, Ҡариҙел аша күпер була һәм тура юл М5 трассаһына алып сығасаҡ. Әле эштәр тулы кимәлдә бара.