Йәмғиәт
29 Октябрь 2020, 19:30

Өфө иртәгә бөйөк улын оҙата...

Әмир Ишемғоловты тыуған ерендә – Күгәрсен районының Бикес ауылында ерләйәсәктәр.

Хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн республикабыҙҙа сираттағы ҡайғылы хәбәр таралды – халҡыбыҙҙың билдәле улы, ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге генераль директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов арабыҙҙан китте.
Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә, 30 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40-сы йорт) 10.00 – 12.00 сәғәттә була. 31 октябрҙә иһә уны тыуған ерендә – Күгәрсен районының Бикес ауылында ерләйәсәктәр.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас