Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 10:22

Өфө парктарын килеп күрегеҙ!

Баш ҡалала ял итеү урындары төҙөкләндерелә.

“Беренсе май” ял һәм мәҙәниәт паркы, “Имәнкәй” скверы, “Бейеүсе торналар” фонтаны, өр-яңы Ағиҙел яры буйы... Быйыл ғына баш ҡала кешеләре һәм ҡунаҡтары ошондай ҙур объекттарҙы күреп ҡыуанды. Бынан тыш, Затондағы “Тулҡын” скверы менән Сипайлово биҫтәһендәге “Ҡашҡаҙан” паркы былтыр файҙаланыуға тапшырылһа ла, быйыл да унда эштәр дауам итә. Совет майҙаны, “Көньяҡ” биҫтәһендәге майҙансыҡтарҙа иһә ҙур төҙөкләндереү башланып ҡына тора.


Күренеүенсә, быйыл баш ҡала өсөн ысын мәғәнәһендә яңы­рыу йылы булды. Тиҫтә-тиҫтә километр ремонтланған юлдар менән бер рәттән парктарға ла иғтибар бирелде. Улар өҫтән-мөҫтән генә эшләнмәне, ә тулыһынса яңыр­тылды.


Баш ҡалалағы был эшмәкәр­лекте былтыр Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров башлап ебәр­ҙе. Ул ҡала парктары буйлап йөрөп сыҡты һәм иҫкергән биләмәләр менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.


– Тормош үҙгәрә, кешеләрҙең ихтыяждары арта бара. Ҡала халҡы заманса парктар, балалар майҙан­сыҡтары, матур скверҙар һорай, – тине республика етәксеһе. – Ҡала төҙөлөшө сәйәсәтендә был тар­маҡҡа оҙаҡ ваҡыт иғтибар бирел­мәне. Өфө парктарына ни етмәй? Элементар тәртип: был биләмәләр ҡаралмай, сүп-сарға батҡан, бөтә урында ҡыуаҡлыҡ, ярылған-һыҙатланған юлдар... Кешеләр матур, төҙөк, заманса парктарҙа ял итеү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Тимәк, беҙ оло юлдың башында.


Әйтелде – эшләнде! Бер йыл да үтмәне, был объекттар әҙер тиерлек. Мәҫәлән, “Беренсе май” ял һәм мәҙәниәт паркы Калинин районы кешеләрен ныҡ ҡыуан­дырҙы. Был йәмәғәт майҙаны 1991 йылда ҡаланың “Мотор төҙөүселәр” мәҙәниәт йорто артында булды­рылған. Орджоникидзе, Машина эшләүселәр һәм Черниковка урамдары ҡушылған биләмә ҡаланың төньяғында йәшәгән кешеләр өсөн иң яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.


Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, былтыр ул яңыртыла башланы. Бында парктың үҙәге булған күл эргәһен төҙөкләндерҙеләр, уның тирәләй терраса таҡтаһынан эшләнгән юлдар һалып сыҡтылар. Һыу ятҡылығы уртаһындағы фонтан да яңыртылды.


Проектлаусылар парктың барлыҡ йәшел үҫемлектәрен, йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы һаҡлап ҡалды, йәнә бер нисәүҙе һалды. Бынан тыш, балалар майҙансығын ҙурайттылар, уйын һәм спорт зоналары өҫтәлде. Уларҙың барыһына ла хәүефһеҙ резина япма түшәлде. Проектҡа ярашлы, иҫке сәхнәне яңырттылар. Хәҙер бында артистар өсөн йыл әйләнәһенә эшләйәсәк кейем алмаштырыу бүлмәләре лә бар. Паркта заманса яҡтыртыу системаһы ҡуйылған. Шулай уҡ инфомат булдырылған. Уның аша интернетҡа инеп, Өфөнөң иҫтәлекле урындары, маршрут транспорттары буйынса мәғлүмәт алып буласаҡ.


Халыҡтың үтенесе буйынса, оҙонлоғо 1,5 километр булған “Сәлә­мәтлек һуҡмағы” ла булдырылған. Ул гранит валсығы менән ҡапланған, шулай уҡ велосипедсылар өсөн дә юлы бар.


– Беҙ был эшкә бар күңелебеҙҙе һалырға тырыштыҡ, заманса һәм уңайлы парк зонаһы өлгөһөн күрһәткебеҙ килде, – тине уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы.


Орджоникидзе районы халҡы иһә “Имәндәр” скверын алды. Бында баш ҡаланың визит карточкаһы булған “Бейеүсе торналар” фонтаны ҡабаттан эшләнел­де. Сифатлы юлдар, ял итер өсөн эскәмйәләр, балалар һәм спорт менән шөғөлләнеү майҙансығы барлыҡҡа килде, сквер бәләкәй архитектура өлгөләре менән биҙәлде. Ә иң мөһиме – урынға исем биргән ағастар һаҡланды.


“Бейеүсе торналар” фонтаны айырыуса матур һәм заманса килеп сыҡты. Йәй буйына уның янынан кеше өҙөлмәне. Айырыуса бәләкәй балалар уны үҙ итте. Араһында йүгереп йөрөп уйнауы, урғылған һыу ағымын тотоп ҡарауы күңелле бит! Кистәрен фонтан төрлө сағыу төҫтәр менән балҡыны, күңелле көйҙәр яңғырап торҙо.


Өфөләге Затон биҫтәһендә урынлашҡан “Тулҡын” паркында 2018 йылда уҡ төҙөкләндереү эше башланғайны. Ул әле лә дауам итә: урындағы күлде тәртипкә кил­терәләр, амфитеатр төҙөйҙәр. Эш­тәр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы алып барыла.


– Был урында һаҙлыҡ һәм карст емереклектәре ине, – тине подрядсы компанияның төҙөлөш буйынса директоры Дамир Хәбибуллин. – Бушлыҡты 150 кубометр бетон буты менән күмеп юҡҡа сығарҙыҡ. Шулай уҡ ун мең кубометр тупраҡ түшәнек, һаҙлыҡты киптерҙек, периметр буйлап балсыҡлы йоҙаҡ яһаныҡ, 400-ҙән ашыу свай ҡаҡтыҡ. Артабан свайҙарға урҙалар беркетәбеҙ һәм үләнле япма түшәйәсәкбеҙ. Бик матур килеп сығырға тейеш.


Шулай уҡ, проектҡа ярашлы, йәйәүлеләр күперҙәре ҡаралған, улар аша парктың үҙәк өлөшөнән амфитеатр биләмәһенә үтеп буласаҡ.


– Бөгөнгә амфитеатр майҙансы­ғында эштәрҙең 60 проценты башҡарылған. Амфитеатрҙың бетон нигеҙе ҡоролған. Тупраҡ һалыу буйынса эште тамамларға, бәләкәй архитектура формалары ҡуйырға ҡалды. Төҙөлөш быйыл ноябрь аҙағына тамамланасаҡ. Киләһе йылда паркты йәшелләндерәсәкбеҙ, йәй иһә төҙөкләндерелгән матур объект әҙер буласаҡ, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәтенең етештереү-техник бүлеге баш белгесе Руслан Низамов.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр “Тулҡын” паркында йәйәүлеләр һәм велосипедсылар юлдарына асфальт түшәлде, балалар ҡаласығы барлыҡҡа килде, стационар бәҙрәф, воркаут майҙансығы, яңы хоккей майҙансығы, сәхнә биләмәһе эшлән­де, 70 видеокүҙәтеү камераһы, эскәмйәләр һәм өҫтәмә яҡтылыҡ ҡуйылды. Төҙөлөш барлыҡ йәшел үҫентеләрҙе мөмкин булғанса һаҡлап тормошҡа ашырыла.


Ә һеҙ яңыртылған Ағиҙел яры буйын барып күрҙегеҙме әле? Был урын өр-яңы һулыш алды. Йәй буйы унан кеше өҙөлмәне, төрлө ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, кисәләр ойошторола башланы.


Бында, дөйөм алғанда, 125 мең квадрат метр майҙан төҙөклән­де­релде. Биш километр оҙонлоғон­дағы гидротехник ҡоролма, яңы автомобиль юлы төҙөлдө, архитектура концепцияһына ярашлы төҙөклән­дереү эштәре башҡарылды. Хәҙер бында йәйәүлеләр, йүгереүселәр һәм велосипедсылар өсөн уңайлы юлдар бар. Заманса һәм матур эскәмйәләр, пляж һикеләре ҡуйыл­ды. Сәхнә-амфитеатр ҙа бар. Бында ҡала һәм республика ғына түгел, ә бөтә Рәсәй һәм донъя кимәлендәге сараларҙы үткәрергә мөмкин.


Йәшелләндереү йәһәтенән дә эштәр алып барылды. Яңы сквер төҙөлдө, виноград ҡыуаҡтары һәм башҡа ағастар ултыртылды. Ҙур гөл һауыттарындағы бәләкәй ағастар ҙа бик үҙенсәлекле һәм матур.


Тышҡы һәм архитектур яҡтыртыу буйынса күп эш башҡарылған. Бөтәһе биш меңдән ашыу яҡтылыҡ нөктәһе урынлаштырылған. Ә архитектур яҡтылыҡ арҡаһында яр буйы ҡараңғы ваҡытта тағы ла йәмлерәк күренә. Шулай уҡ хәүефһеҙлек маҡсатында 200-ҙән ашыу видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған.


Әлеге ваҡытта бында сауҙа инфраструктураһын булдырыу эшмәкәрлеге алып барыла. Яҡын арала стационар булмаған павильон һәм киосктар барлыҡҡа килергә тейеш.


Әле эштәр барған тағы бер мө­һим объект – Совет май­ҙаны тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел. Төҙөлөш-монтажлау эштәре сиктәрендә майҙан ғына түгел, ә уның тирә-яҡ биләмәһенең дә йөҙө үҙгәрәсәк. Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында – “Студенттар” һәм Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе скверҙары буласаҡ.


Совет майҙанында бөйөк шәхес, геройыбыҙ Миңлеғәле Шаймора­товҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Уның алдында төҫлө һәм музыкалы “ҡоро” фонтан эшләнәсәк. Майҙан тулы­һын­са төҙөкләндерелеп, яңы ағастар ултыртылыр тип көтөлә. Йәйәүлеләр биләмәһе боллардтар – автоматик юл блокираторҙары менән сик­ләнәсәк. Пушкин урамы яғынан уны кәрәк саҡта төшөрөү мөмкинлеге булдырыла.


Совет майҙанында эштәрҙең барышын төбәк етәксеһе үҙенең шәхси контролендә тота һәм даими рәүештә барып тикшереп тора. Тимәк, оҙаҡламай бында ла кешеләрҙең яратҡан ял урыны барлыҡҡа киләсәк.


Гөлнара ИРКӘБАЕВА,

Калинин районында йәшәй:

– “Беренсе май” паркы беҙҙең ғаиләнең иң яратҡан ял урынына әйләнде. Уның янында ғына йәшәйбеҙ, парк тәҙрә аша күренеп тора. Элек уға ҡарап йән көйә ине, ҡаралмаған, иҫке һәм күңел­һеҙ урын булды. Ә бөгөн тәҙ­рәнән ҡарағы ғына килеп тора. Уға яңы һулыш өрҙө­ләр. Балалар көн һайын уй­нар­ға бара, күл буйлап йөрө­гән саҡта күңел тыныслығы табаһың. Йәйгеһен бында төрлө матур саралар, концерттар үтер тип көтәбеҙ.


Айрат СИРАЖЕТДИНОВ, Киров районында йәшәй:

– Мин Совет майҙаны эшләнеп бөткәнен түҙемһеҙ­ләнеп көтәм. Элек ошо ти­рәнән үтеү ҙә мөмкин түгел ине: машиналар туп-тулы, төтөн сығарып ултыра, һәр ваҡыт тығындар. Ә хәҙер был матур ял итеү урынына әйләнәсәк. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйылыуы ла бик ваҡытлы һәм мөһим тип иҫәпләйем. Ул ҡалабыҙҙың иң матур урынында торорға хоҡуҡлы!


Айгөл һәм Зариф АҠБУЛАТОВТАР,

Орджоникидзе

районында йәшәйҙәр:

– Ҡала мәҙәниәт һарайы янында йәшәйбеҙ. Иҫләй­һегеҙме, бер йыл элек кенә был урын ниндәй ҡотһоҙ ине? Ә быйыл йәй иҫ китмәле матур ял һәм күңел асыу скверына әйләнде лә ҡуйҙы. Беҙҙең балаларға шул тиклем фонтан оҡшай. Йылы көндәрҙә уның эсендә уйнап күңелдәре булды. Әле көҙ етһә лә, балалар баҡсаһынан һуң һуғылмай ҡайтмайбыҙ. Бындағы балалар майҙансығы оҡшай, унда уйнау өсөн урын күп. Ошондай яңы урын өсөн республика һәм ҡала етәкселегенә ҙур рәхмәт!



Читайте нас