Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 11:01

Фотоконкурс “Башҡортостан” гүзәле”

Мин – Лилиә Әйүпова. Стәрлебаш районының Йомағужа ауылынанмын. Исемем есемемә тура килә, сөнки тормош юлымдан матур итеп барырға тырышам. Исемем – сәскәләр нәфислегенә, ә йәшәйешем йондоҙҙар балҡышына оҡшаған, тип баһалай алам.

Мин – Лилиә Әйүпова. Стәрлебаш районының Йомағужа ауылынанмын. Исемем есемемә тура килә, сөнки тормош юлымдан матур итеп барырға тырышам. Исемем – сәскәләр нәфислегенә, ә йәшәйешем йондоҙҙар балҡышына оҡшаған, тип баһалай алам.
Хозур ерҙә көс-дәрт, илһам алып, Өфө ҡалаһын яуларға уҡырға индем. Студент йылдарында БДПУ ла төплө белем алып, фән менән шөғөлләндем, үҙ көсөмдө журналистика өлкәһендә һынап ҡараным. Төрки телдәр буйынса Бөтә Рәсәй олим­пиадаһында ике йыл рәттән ҡатнаштым һәм яҡшы һө­ҙөмтәләргә өлгәштем.
Педагогия фәндәрен өйрән­гән ваҡытта, параллель рәүештә киске бүлектә “Дәүләт һәм муниципалитет идаралыҡ” белгесен үҙләштерҙем.
Уҡыуымды “бишле”гә генә тамамлағас, Көнбайыш Европаны күреп ҡайтырға булдым. Финляндия, Швеция, илдә­рендә сәйәхәт иттем һәм үҙем билдәләгән төп урынға барып еттем – Эстония иленең Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы 25 йыл ғүмере үткән урынын күрҙем.
Киләһе этап эшкә урынлашыу ине, шуға күрә авиация өлкәһен һайланым һәм бер нисә йыл “Өфө” Халыҡ-ара аэропортында эшләнем. Параллель рәүештә магистратураны тамамланым. Бөгөн Интернет селтәрендә шәхси блог алып барам, халҡыма фай­ҙалы булырға тырышам. Беҙҙең ҡулда уңайлы мөм­кинлектәр булыуына ихлас ышанам.
Бәйгелә һынау тотор өсөн тү­бәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фото­һүрәтегеҙ менән бергә үҙе­геҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙаныш­тарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
Беҙҙең электрон адрес:bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектә­рендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” номинацияһында билдә­ләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фото­бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.
Читайте нас