Ауылдарыбыҙҙа матур, тырыш ғаиләләр йәшәй. Араларында нәҫелдәре менән ер эшен һайлағандар һәм ғүмер буйы уны яратып башҡарғандар байтаҡ. Бөгөн ошондай ғаиләләрҙең береһендә үҫеп, тотош районға танылған абруйлы ветеринар тураһында һөйләмәксебеҙ.
Мөҙәрис Сангишев Мәләүез районының Эткөсөк ауылында тыуған. Ҙур ғаиләлә алты малай һәм бер ҡыҙ үҫә. Малайҙарҙың бөтәһе лә, атайҙары Сынтимер бабайҙың кәңәшен тотоп, ауыл хужалығы белгесе булып китә. Һоҡланмаҫ ерҙән һоҡланырһың: егеттәрҙең алтыһы ла Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Дамир – инженер, Сәғит – агроном, Сабит – зоотехник, Самат – агроном, Мөҙәрис – ветеринар һәм Камил – агроном.
– Атайым “бөтәгеҙ ҙә агроном булмағыҙ, берегеҙ ветеринарға уҡығыҙ” тигәс, ошо һөнәрҙе һайларға булдым һәм бер тапҡыр ҙа үкенмәнем, – тип һөйләй бөгөн Мөҙәрис Сынтимер улы.
Күңелен биреп һайлаған һөнәре буйынса юғары уҡыу йортон тамамлағас, 1979 йылда Ленин исемендәге колхозда ветеринар булып эш башлай. 1987 йылда уны Мәләүез районының ветеринария станцияһына эшкә алалар. Ул дезинфекция отряды начальнигы булып китә. Мөҙәрис Сынтимер улы ошо тармаҡта 41 йыл, йәғни ғүмере буйы, бер коллективта эшләй.
– Яҙмышыма һис тә үкенмәйем. Барыһынан да ҡәнәғәтмен. Оҙаҡ йылдар эшләгәс, мине профсоюз комитеты рәйесе итеп һайланылар. Был эшемде лә яратам. Хеҙмәткәрҙәребеҙгә шифаханаға, балаларына лагерға юлламалар юллау, юбилярҙарҙы тәбрикләү – мәшәҡәте күп, әммә миңә был хәстәрлектәр оҡшай. Хеҙмәткәрҙәрҙең бар льготаларын һәм ташламаларын иҫәптә тотоп, ғәҙел эшләйем, – ти ул.
Мөҙәрис Сангишев тормошонан һәм эшенән ысын мәғәнәһендә ҡәнәғәт. Уның туған коллективы, эше тураһында һөйләгән саҡта күҙҙәренең янып торғанын күрһәгеҙ! Оҙаҡ йылдар бер үк һөнәр буйынса эшләһә лә, ялҡмаған, арып янмаған, киреһенсә, заман талаптарына яраҡлашып, хеҙмәтен дауам итә.
– Хәҙер замандар үҙгәрҙе. Беҙҙең эшмәкәрлектә лә яңы алымдар ҡулланыла. Мәҫәлән, “Меркурий” системаһында әүҙем эшләйбеҙ. Уның буйынса малды чиплайбыҙ, компьютерға иҫәпкә индерәбеҙ, электрон документтар алып барабыҙ. Даими рәүештә яңы махсус кейем, техника алып торабыҙ. Был ыңғай үҙгәрештәр республика ветеринария хеҙмәтенә Азат Йыһаншин етәксе булып килгәс башланды. Ауыл ерҙәрендәге ветеринария участкалары ла заманса йыһазландырылды: эш өсөн бүлмә, компьютерҙар ҡуйылды, ял итеү урыны бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, шарттар бик яҡшырҙы. Эшләргә лә эшләргә, – тине ул.
Абруйлы белгес фекеренсә, эштең алға барыуы, республикала алдынғы станцияларҙың береһе булыуы – коллективтың һәм етәкселектең тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Мәләүездә ветеринария хеҙмәте етәксеһе булып күп йылдар рәттән бик аҡыллы, тәжрибәле һәм кешелекле белгес Сергей Ковалец эшләй. Ул туплаған коллективтың аныҡ һәм теүәл эшмәкәрлеге арҡаһында район күп йылдар зоологик яҡтан имен төбәктәр иҫәбенә инә. Бында бруцеллез, туберкулез, себер түләмәһе һәм башҡа хайуандарға ҡарата ғына түгел, кешегә лә хәүеф тыуҙырған сирҙәргә ныҡлы кәртә ҡуйылған.
Эшенән ҙур ҡәнәғәтлек алған Мөҙәрис Сынтимер улы – ғаиләһендә лә бәхетле кеше. Тормош иптәше Хафиза Караметдин ҡыҙы менән улар ике малайға ғүмер биргән. Яңауыл районынан килен булып төшкән ҡатыны шәфҡәт туташы булып эшләй. Улдары Альберт менән Альфред газ эшмәкәрлегенә бәйле ойошмала эшләй. Улар үҙҙәре лә ғаилә ҡороп, ата-әсәһен олатай-өләсәй итеп бәхетле тормошта йәшәй.
Ошо көндәрҙә абруйлы ветеринар 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны күркәм байрамы менән тәбрикләйбеҙ, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ.