Баймаҡ районы фермерлыҡ һәм кооперация йүнәлештәрен үҫтереү, был йүнәлештә яңы етештереү нөктәләре асыу, ошо тәңгәлдә йәштәрҙе дәүләт программаларына йәлеп итеү буйынса республикала үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып тора. Бөгөн Баймаҡ районы – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм кооперативтар һаны буйынса республикала иң алдынғылар рәтендә.
“Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы республикала кооперация йүнәлешенең үҫешенә этәргес көс булды. Былтыр ошо программа нигеҙендә Баймаҡ районы эшҡыуары Азамат Ильясов еңеп сыға, һәм “Иген-тау” кооперативын булдырып, ит етештереү цехы аса. Артабан ул һыйыр, йылҡы итенән төрлө ярымфабрикаттар әҙерләп һатыуға сығара. Сифатлы һәм хәләл иттән әҙерләнгән кәтлит, тефтель, билмән, яңы ғына үткәрелгән фарш – барыһы ла тәмле булыуы менән айырылып тора.
Ошо көндәрҙә Азамат Ильясов етәкселегендәге кооператив Баймаҡ ҡалаһында ит кибете асыуға өлгәште. Тәүҙә ете төр ит ризыҡтарын әҙерләгән “Игентау” кооперативы бөгөн һыйыр һәм йылҡы итенән 16 төр аҙыҡ-түлек етештерә, улар һатыуҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана. Киләсәктә фермер өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалырға уйламай, “Иген-тау”ҙың сифатлы ризыҡтарын башҡа ҡала һәм райондың сауҙа кәштәләренә лә алып сығырға теләй, шулай уҡ ит продукцияһының ассортиментын да киңәйтергә хыяллана.