Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 09:44

Күктән төшкәнде көтөп ятмайҙар

Барыһы ла берҙәм тырышлыҡ һөҙөмтәһе.

Республикала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы” ғәмәлгә ингәс тә, учалылар әүҙем ҡатнашып, ярайһы тәжрибә туп­ланы. Ошо арауыҡта байтаҡ проекттар уңышлы тормошҡа ашырылды. Улар араһында иң эреләре – ҡалала төҙөлгән саңғы-роллер трассаһы, төҙөкләндерелгән ял һәм мәҙәниәт паркы, Учалы ауылында урынлаштырылған сүп-сар өсөн ер аҫты контейнерҙары.
Программаға ярашлы, күп кенә башҡа ауыл һәм ҡасабаларҙа социаль һәм коммуналь инфраструктура яҡшырҙы, урамдарға яҡтылыҡ үткәрелде, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлдө, юлдар ремонтланды, байтаҡ социаль объекттар төҙөкләндерелде. Быйыл да райондан 13 проект еңеүсе тип табылды.
Бар проекттар республика, урындағы бюджет һәм халыҡтың үҙе йыйған аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Район биләмәһендә урынлашҡан предприятиелар ҙа, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, ҙур өлөш индерә. Быйыл, мәҫәлән, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 10 проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итә, Башҡорт алтын сығарыу компанияһы, Учалы тегеү фабрикаһы ла ситтә ҡалмай.


Ураҙҙар – берҙәм халыҡ


Ураҙ ауылы биләмәһе “Урын­дағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында алты йыл дауамында ҡатнашып, ете проектты тормошҡа ашырҙы. Быға тиклем программа ярҙамында ауыл­дың яңы биҫтәһендә – юл, билә­мәгә ҡараған Ҡотой ауылында шиш­мә төҙөкләндерелде, Ураҙ табиплыҡ амбулаторияһы өлөш­ләтә ремонтланды һәм ауыл урамдарына энергия һаҡлағыс яҡтырт­ҡыстар ҡуйылды. 2018 йылда программа сиктәрендә спорт майҙан­сығы сафҡа индерелде, былтыр ауылдағы лицейҙың тәҙрәләре замансаға алмаштырылды.
Быйыл да ураҙҙар йәш быуынды уйлап эш итә – универсаль спорт майҙансығы эргәһендә спортсылар өсөн кейенеп-сисенеү бүлмәһен хәстәрләйҙәр.
– Ауылыбыҙ элек-электән көслө спортсылары менән билдәле. Бигерәк тә совет осоронда хоккей­сы­ларыбыҙҙың даны тирә-яҡҡа таралғайны. 1976 йылдан алып район буйынса уҙғарылған хоккей ярыштарында ураҙҙар 13 тапҡыр еңеүсе исемен яуланы, әле лә алдынғылар. Былтыр ҙа чемпион титулын бер кемгә лә бир­мәнек. “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһында ҡатна­шып, универсаль спорт майҙан­сығы төҙөткәс, спортты үҙ итеү­селәр тағы ла күбәйҙе. Ҡышҡыһын ауылдаштар сәкән һуға, конькиҙа шыуа, ә йәйгеһен волейбол, мини-футбол, баскетбол менән шөғөл­ләнә. Ғөмүмән, майҙансыҡтың буш торғаны юҡ, – тип ғорурлығын йә­шермәй Ураҙ ауыл биләмәһе хаки­миәте башлығы Йәлил Солтанов.
Әммә бер проблема ҡала – спортсыларға кейенеп-сисенеү өсөн урын юҡ. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында ураҙҙар йәнә программала ҡатнашырға ҡарар итә.
Проекттың хаҡы 1 миллион 350 мең һум тип билдәләнә. Шуның бер миллионы республика бюджетынан бүленә, 73 меңен ауыл халҡы йыя, ҡалған сумма урындағы ҡаҙнанан күсә, “Байрамғол” агрофирмаһы, “Гассал” алтын сығарыу йәмғиәте лә үҙ өлөшөн индерә.
– Модулле ҡоролмаларҙың өҫ­төн­лөгө тап шунда – балалар конструкторы кеүек тиҙ ҡорола. Подрядсы бурыстарын үҙ иңдәренә йөк­мәгән Пермь ҡалаһының “Строй­маш” предприятиеһы 40 квадрат метр майҙанлы бинаны бер аҙна эсендә ҡороп та ҡуйҙы. Уларҙың эшенә дәғүәбеҙ юҡ. Бина электр энергияһы менән йылытыла, шкафтар урынлаштырылған, спорт йыһазы, тренер өсөн айырым бүлмә ҡаралған, – тип шатлығы менән уртаҡлашты хакимиәт башлығы.
Ураҙҙар – берҙәм халыҡ, күп эш­тәрҙе улар өмә ойоштороп баш­ҡара. Бинаның нигеҙен бергәләп ҡойоп ҡуйғандар, әле спорт майҙан­сығының тирә-яғын йәшеллән­дереү, төҙөкләндереү менән мәшғүлдәр.


Мансур ауылында – балалар майҙансығы


Мансурҙа 276 йортта 802 кеше йәшәй. Биләмәлә Саңғалыҡ диорит карьеры, Башҡорт алтын сығарыу компанияһы, “Таш ҡала” йәмғиәте кеүек сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан. Эш урындары булғас, йәштәр ауылда төпләнергә тырыша, яңы йорт һалып сығыусылар ҙа бар. Ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн дә сабынлыҡтар иркен был яҡтарҙа. Үҙ эшен асып, фермерлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә байтаҡ.
Ауылда 121 уҡыусы һәм мәк­тәп­кәсә йәштәге 82 бала иҫәпләнә. “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһында Мансур ауыл биләмәһе йыл һайын ҡатнаша.
– 2018 йылда яҡындағы Абҙаҡ ауылында программа нигеҙендә балалар майҙансығы сафҡа ингәй­не. Был юлы йәш быуынды хәстәр­ләп, мансурҙар бер тауыштан “балалар майҙансығы төҙөргә” тигән фекергә килде. Кәрәкле сумманы ла тиҙ арала йыйҙылар, – ти хаки­миәт башлығы Әдип Ҡарамышев.
Яңы майҙансыҡ балалар баҡ­саһы эргәһендә урынлашҡан. Проект хаҡы 1 миллион 600 мең һум тәшкил итә. Шуның бер миллионын – республика бюджеты, 317 меңен урындағы ҡаҙна ҡаплаған, 100 ме­ңен халыҡ үҙе йыйған. Бағыусылар ҙа ситтә ҡалмаған: райондың иң ҙур сәнәғәт предприятиеһы Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 200 мең һумлыҡ ярҙам ҡулы һуҙған.

Майҙансыҡта балаларға күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булды­рылған: каруселдәр, бәүелсәктәр, пирамидалар, таусыҡтар урынлаш­тырылған, ҡом менән уйнау урындары йыһазландырылған, спорт ҡорамалдары ла хәстәрләнгән.
Заманса балалар майҙансығы хәүефһеҙлек талаптарына ла тулыһынса яуап бирә. Ҡоролмалар аҫтына махсус, йомшаҡ резина япма йәйелгән. Сабыйҙар ҡолай ҡалһа, ул йәрәхәтләнеүҙән һаҡлай. Бынан тыш, ҡоролмалар яҡшылап нығытылған. Майҙансыҡ кәртә­ләнеп алынған, ата-әсәләр өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Аукцион шарттарында балалар майҙансығы төҙөү эштәрен “Уралдеком” ойошмаһы башҡарып сыға.
– Подрядсы ойошмаға ҡарата дәғүә юҡ. Бурыстарын ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарҙы. Мансур халҡының яңы майҙансыҡты һаҡ­лап тотасағында шик юҡ, – тип ышанысын белдерҙе Әдип Әғләм улы.


Учалы ауылында бәләкәстәр тауышы тынмай


Районда иң ҙурҙарҙан һаналған Учалы ауыл биләмәһе, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында биш йыл дауамында ҡатнашып, еңеү яулай. Унда ете йәшкә тиклем – 588, мәктәп йәшендәге 1060 бала иҫәпләнә. Биләмәлә ике ҙур мәктәп – башҡорт гимназияһы һәм Дан орденының тулы кавалеры Әхнәф Хөснөтдинов исемендәге белем усағы бар, биш балалар баҡсаһы иҫәпләнә.
Бында йәш быуынды ҡайғыртып күп эштәр башҡарыла. Кескәйҙәр балалар баҡсаһында ғына түгел, ихаталарҙа ла уйнап күңел асһын өсөн, ике йыл арауығында ауыл биләмәһе хакимиәте аҡсаһына дүрт уйын майҙансығы булдырылған. Бигерәк тә йәй көндәрендә уларҙа балалар тауышы тынмай.
Тиҙҙән “Берҙәм Рәсәй” партия­һының “Аныҡ эштәр” проекты сиктә­рендә яңы биҫтәләрҙең береһендә 150 мең һумлыҡ йәнә бер балалар майҙансығы ҡуйыласаҡ. Ошо программа нигеҙендә былтыр башҡорт гимназияһы биләмәһендә спорт майҙансығы ла төҙөлдө. Ә быйыл йәй Барвиха биҫтәһендә универсаль спорт майҙансығы сафҡа инде.
Ошо көндәрҙә халыҡ телендә РТС тип йөрөтөлгән биҫтә балалары ла шатлыҡ кисерәсәк: уларҙа ла берҙәмлек емеше – өр-яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Объект биҫтәнең үҙәк өлө­шөндә урынлашҡан. Бында волейбол, футбол, баскетбол һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә бөтә шарттар тыуҙырылған, хәүефһеҙлек талаптары күҙәтелгән. Иркен спорт майҙансығына резина япма түшәлгән, спорт ҡорамалдары урынлаштырылған, кәртәләнгән, тышҡы яғына уңайлы эскәмйәләр ҡуйылған.
– РТС – ҙур биҫтә. Бында ике меңләп кеше йәшәй, шуның 500-ҙән ашыуы – балалар. Универсаль спорт майҙансығын төҙөү көн талабы ине. Былтыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһе күтәрелгәс, халыҡ бер тауыштан майҙансыҡты булдырыу өсөн тауыш бирҙе. Проекттың хаҡы – 1,5 миллион һум. Шуның бер миллионын – республика бюджеты, 200 меңен ауыл биләмәһе хаки­миәте күтәрҙе, Учалы тау-байыҡ­тырыу комбинаты 200 меңлек ба­ғыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Программа шарттарына ярашлы, проектты тормошҡа ашырыу өсөн урын­дағы халыҡ та үҙ өлөшөн индерҙе. Беҙҙәге эштәрҙе лә районда абруйлы “Уралдеком” компа­нияһы ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарҙы, ҡорамалдарҙы урынлаштырһаҡ, объект сафҡа инәсәк, – ти хакимиәт башлығы Альберт Мостафин.
– Өс бала үҫтерәбеҙ. Гүзәл һәм Алтынай исемле ҡыҙҙарыбыҙ спорт менән етди шөғөлләнә, өлкәне – саң­ғы буйынса республика чемпио­ны. Быға тиклем биҫтәлә иркенләп спорт менән шөғөл­ләнергә шарттар юҡ ине, ә балалар күп. Яңы спорт майҙансығы төҙөлгәнгә бик шатбыҙ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты өс бала әсәһе Зөлфиә Кәримова.
Бынан тыш, Учалы районының Амангилде, Һөйөндөк, Мишкә, Ҡыйҙыш, Урал ауылдарында урамдарҙағы яҡтыртҡыстар капиталь ремонтланған, энергияны аҙ сарыф иткән лампалар ҡуйылған. Илселә мәктәп биләмәһе кәртә­ләнгән, Яңы Байрамғол, Кирәбе ауылдарының мәҙәниәт учреждениеларында капиталь ремонт үткәрелгән.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына халыҡ өйрәнеп тә бөттө инде. Уның шарттарын да яҡшы аңлап, хәл ителергә тейеш мәсьәләләрҙе асыҡлауҙа, аҡса йыйыуҙа әүҙем ҡат­нашалар. Күктән төшкәнде көтмәй, үҙ өлөшөңдө индереп нимәлер булдырыу, төҙөү, уртаҡ тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күреү халыҡты бер­ләштерә, яңы эштәргә дәртләндерә. Тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур – үҙ ҡулың менән тыуҙырған әйбергә нисек һаҡсыл ҡарамайһың инде? Артабан да был программа уңышлы эшләүен дауам итһен, тип теләйһе ҡала.


Учалы районы.
Читайте нас