Минең урта мәктәпте саҡ тамамлаған сағым. Олатайым ауырый ине, шуға күрә ҡайҙалыр уҡырға барырға теләмәнем, үҙем юҡта яҡын кешем вафат булып ҡуйыр кеүек тойолдо. Һиҙемләүем дөрөҫкә сыҡты, олатайҙы сентябрҙә юғалттыҡ.
Ул саҡта редакцияла хәбәрсе-тәржемәсе булып эшләп йөрөй инем инде. Роза ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, гәзит эшендә байтаҡ тәжрибә туплаған. Мөхәрриребеҙ Марсель Ҡотлоғәлләмов юлға икебеҙҙе сығарҙы, ҡыш мәле булғанға, беҙҙең өсөн хәүефләнгәндер, тим.
Район үҙәгенә ниндәйҙер йомош менән килгән осраҡлы машинаға эләгеп, Хәлилгә ярайһы уҡ тиҙ барып еттек. Унда Розаның бер туған апаһы Маһинур Дәүләтҡоловала туҡталдыҡ. Иҫ киткес яҡты күңелле, ихлас, әҙәбиәт яратҡан апай ине ул. Үҙе лә шиғыр яҙа, матур йырлай. Иҫән сағында уның хаҡында мәҡәлә яҙып өлгөрмәнем, үкенескә ҡалды.
Иртәгәһенә Маһинур апайҙың иптәше беҙҙе санала Ҡалмаҡ (Мишәр) ауылына алып китте. Унда Розаның ата-әсәһе йәшәй ине. Бер урамдан ғына торһа ла, ул йылдарҙа Ҡалмаҡта байтаҡ ғаилә көн итә ине әле, фаразлауымса, 35-40 йорт булғандыр, моғайын. Колхоз-совхоздар бар ваҡыт, ауылда эшһеҙ ултырған ир-ат юҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да күпселеге йәйҙәрен дөйөм хужалыҡ эшенән бушамай. Халыҡтың күңеле күтәренке, етешер-етешмәҫ тормоштарына әллә ни бошоноп йөрөгән кеше юҡ, барыһына шөкөр итеп көн күрә.
Миңә колхоз, бригада эше хаҡында яҙыу бурысы йөкмәтелгән, шуға күрә халыҡтың йәшәйеше, хеҙмәте менән генә түгел, йәшәү рәүеше менән дә бүтәндәргә өлгө булғандай шәхестәргә иғтибар биреп еткермәгәнмен, әлбиттә, бының менән күп нәмә юғалтҡанмын. Бәләкәй генә ауылда Бикйән Бикҡолов, Вәли Байгилдин, Рәхимйән Йосопов кеүек шәп ҡурайсылар, Ғилмияза Байгилдина һымаҡ боронғо йырҙарҙы ғәжәйеп матур итеп, һәр бөгөлөн урын-еренә еткереп башҡарған йырауҙар йәшәгән.
– Ғилмияза еңгәй зыңғырлатып “Ғилмияза”, “Сәлимәкәй”, “Томан” йырҙарын йырлап ебәрһә, йөрәктәр елкенеп, күҙгә йәш тула торғайны, иҫ китмәле моңло булды, – тип хәтерләй бөгөн ауылдың иң оло ағинәйе 82 йәшлек Зөлхизә апай Йосопова.
Розаның әсәһе була инде Ғилмияза инәй. Тормош юлдашы Вәли апа вафат булғас, уны һуңынан Асҡарға күсерҙеләр, кесе ҡыҙы Римала йәшәгән инәй менән Ғәлиә өләсәйем бик дуҫ булды. Икеһе лә уҡымышлы, дин тотто, баҫалҡы, матур күңелле ағинәйҙәр булды, шуға ла уртаҡ һүҙҙәре лә күп. Өләсәйем Ғилмияза инәйҙе бик яҡын күрә ине.
Ҡыҫҡаһы, журналистикаға саҡ аяҡ баҫҡан мәлемдә Ҡалмаҡта байтаҡ әйбергә иғтибар бирмәгәнмен. Ауылдың осонда, әйтәйек, Сәскән таш тигән серле бер урын бар ине. Бер-береһенән тигеҙ алыҫлыҡта оҙон кеше бейеклегендәге өс ҡая-таш һерәйеп ултыра, уларҙан дүрт-биш метр алыҫлыҡта йәнә берәүһе бар, бөтәһе лә бер төрлөрәк итеп яһалған (әҙәм ҡулдары менән эшләнгән икәнлеге күренеп тора ине). Бәлки, уларҙа яҙыу-фәлән дә булғандыр, заман елдәре, яуын-сәсен менән ҡойолғандыр. Ауылдың иң оло кешеләре лә ул таштарҙың тарихын белмәй ине, әммә барыһы ла әлеге урынды изге һанай, ҡәҙерләп һаҡлай. Шул иҫемдә ҡалған.
Икенсе килеүем 2007 йылда булды. Тыуған яҡтарыма ҡайтҡым килеп, бәләкәйерәк ауылдарҙы гиҙеп сыҡтым, йәшәр өсөн йорт эҙләп. Ул саҡта ундан ашыуыраҡ ғаилә бар ине, буғай. Буш өйҙәрҙең хужалары ҡайҙа йәшәүен һорашып бер ир-атҡа тап булдым, ҡыш көнө халыҡтың бер ҡайҙа ла сығып йөрөй алмауын белгәс, Ҡалмаҡтан ваз кистем.
Был сәфәрем – өсөнсөһө, тинем. Күҙгә салынған беренсе күренеш: ауыл осонда емерелеп ятҡан ҡая-таштар. Бында бер нисә йыл элек ниндәйҙер сектанттар килеп емереп киткән уны. “Белдекле” муллалары:
– Был таштар беҙҙең дингә ҡаршы килә, – тип вәғәз дә һөйләне, тиҙәр.
Ауыл халҡы уларға ҡаршы бер ни ҡыла алмаған. Тарихи ҡомартҡы, шулай итеп, юҡҡа сыҡҡан. Уның сектанттарға ни зыяны тейгәндер – билгеһеҙ. Ә халыҡ Сәскән ташты һаман һағынып һөйләй.
Ҡапма-ҡаршылыҡлы уй-хис өттө күңелде. Ҡыуандырғаны – кешеләр етеш йәшәй. Күпләп мал-тыуар тота, ҡош-ҡорт аҫрай, йорттар ҙа күркәм генә. Һәр хужалыҡта кәм тигәндә дүрт-биш ат. Кемдер тирә-яғын матур итеп кәртәләп, шлаклы блоктан яңы йорт күтәргән.
– Шакирйән ҡайнағаның улы Раил Йосопов һала, – тип аңлатты Зөлхизә апай. – Әле ялан яҡтарында, Таштуй ауылында, йәшәй. Алтмыш бер йыл элек килен булып төштөм ошонда. Ауыл ҙур ине. Ураҙа мәлендә ауыҙ асыуға әйтһәк, әбейҙәр бер саҡырыуға һыйманы, ҡунаҡты ике бүлә йыя инек. Табындарҙа Ғилмияза еңгә менән Вәли ағай үҙе бер йәм булды, ире ҡурайҙа һыҙҙырып ебәрһә, ҡатыны моңло тауышы менән йыр башлар ине. Сәйгә саҡырышҡанда ла Ғилмияза еңгәнең йыры яңғырап торҙо…
Халыҡ етеш йәшәй, тинем. Үҙ көсө менән, бер ҡайҙан, бер кемдән бер нәмә өмөт итмәй, күндәм, сабыр ғына көн итә ҡалмаҡтар. Ләкин минең барып төшөүем ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ таҡҡандай булды, ахыры: бығаса йәшеренеп ятҡан үпкә-ризаһыҙлыҡтар, проблемалар ҡалҡып сыҡты.
– Онотолған ауыл, – тине йәшерәктәр. – Берәүҙең дә өйөнә инеп сыҡмайбыҙ. Колхоздар бар саҡта, бәләкәй булһа ла, гөрләп тора ине, йылҡы малы ла, һыйырҙар ҙа булды. Ҡымыҙ ҙа бештеләр. Кешеләр яҡты өмөт менән йәшәне. Хәҙер бер нәмә юҡ.
– Ауырып китһәк, хатта “Ашығыс ярҙам” да килмәй. Юл юҡлыҡҡа һылтаналар, – тип зарланды өлкәнерәктәр. – Кибет юҡ, ярай әле, күрше-күлән Ишҡол, Асҡар яҡтарына сыҡһа, кәрәк-яраҡты шунан алып ҡайтып бирә.
Эйе, медпункт та, магазин да, мәктәп тә, клуб та, телефон да, газ да юҡ. Ярай әле, ҡыш юлды ниндәйҙер ойошма таҙартып тора (кем таҙартыуын берәү ҙә әйтә алманы). Ауылда ете ғаилә йәшәй, дүртәүһенең үҙ машинаһы бар. Халыҡ Әбделмәмбәт ауылы фельдшерына рәхмәт әйтә. “Көн тимәй, төн тимәй, Фирүзәбеҙ ярҙамға килеп етә, рәхмәт уға”, – тиҙәр.
Замана сире был ауылды ла урап үтмәгән, эскелекте әйтәм. Шулай ҙа халыҡ тырыш, бөтмөр, юғарыла әйтеүемсә, мал көсө менән йәшәй. Ирекһеҙҙән әле һәр төрлө вирустар, бүтән афәттәр һағалап торғанда, ошондай аулаҡ, бәләкәй ауылда йәшәүе хәүефһеҙерәктер, тип уйлап ҡуйҙым. Малсылыҡтан тыш, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ та үҫешһә, ҡайҙалыр ситкә сығып йөрөүҙең кәрәге лә юҡ. Ә тәбиғәт матур! Йәүкәй мороно, Аръяҡ тау, Оҙонғор… Оҙонғор Хөсәйенгә тиклем һуҙыла. Совет йылдарында Хөсәйен ауылы тотош юҡҡа сыҡҡайны, әле унда бер туған Бараковтар йорттар һалып, гөрләтеп йәшәп ята. Игетимер йылғаһы аша сығып, алты-ете саҡрым барһаң, ул ауыл менән танышырға мөмкин булыр ине, ваҡыт тығыҙ булыу сәбәпле, мөмкинлек сыҡманы.
Элегерәк Игетимер бик ҙур йылға булған. Һыуҙа йыуылған таштарға, ярҙарға ҡарап, киңлеге кәмендә туғыҙ метр самаһы булғандыр, тип фаразларға мөмкин. Тора-бара йылға кибә-һайығая барып ҡорой яҙған, таш араһында ғына шишмә булып ятып ҡалған. Быйылғы ҡойма ямғырҙан бер аҙ йәйелеп, хәҙер биш-алты метр киңлекте биләп, күңелде ҡыуандырып ағып ята. Яр буйы тотош ағаслыҡ: муйыл, энәлек, әлморон, миләш, ерек шаулап үҫә.
Үле кисеүен сыҡҡас, Ҡанды йылғаһы аға. Үткәндәрҙең йәнле тарихы. Граждандар һуғышы осоронда ауылға берсә ҡыҙылдар, берсә аҡтар баҫып инә. Күп кеше ҡырыла. “Ҡан йылға булып аҡҡан, – тип бәйән итте Шәфҡәт Йосопов. – Йылға буйында бер пушка торған, аҡтар килһә, пушкаға улар хужа булған, ҡыҙылдар килһә – улары. Урындағы халыҡ ике яҡтан да зыян күргән…”
Бөйөк Ватан һуғышынан да Ҡалмаҡтың күп кенә яугире әйләнеп ҡайтмаған. Әхтәм һәм Әбделхәй Байгилдиндар, Мулламөхәмәт, Бикйән, Лоҡман Бикҡоловтар, Әбделхәй Камалов, Мәреүән һәм Шәхретдин Боҫҡоновтар, Нуриман Йосопов яуҙан күкрәктәренә орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә.
Ауылдың рәсми атамаһы Ҡалмаҡ булһа ла, халыҡ телендә уны Мишәр тип йөрөтәләр. Ҡасандыр Иҫке ыҙма тигән урынға мишәрҙәр килеп ултырған, һуңғараҡ улар бөгөнгө ауыл урынына күсенгән. Бәлки, ҡалмыҡ милләтенән булғандыр улар, кем белә.
Был яҡтарға килеп сығыуымдың сәбәбе – Таҡһыр ауылында һатыусы булып эшләгән, Зөлхизә апайҙың ейәнсәре Алина Әбилованың ҡыҙы Гөлназға 12 йәш тулыуҙы билдәләү ине. Игетимер буйында табын ойоштороуыбыҙ булды, Зөлхизә апайҙың ауылдаштары беҙҙең эргәгә яҡынланы. Һәр ҡайһыһы үҙенең хәл ителмәгән мәсьәләләре хаҡында әйтеп ҡалырға ашыҡты.
Форсаттан файҙаланып, бер генә хәл-ваҡиғаға туҡталғым килә. Гөлсирә бында Рауил ауылынан төшкән килен булып сыҡты. 1973 йылда әсәһе ҡапыл баҡыйлыҡҡа күскәндә, Гөлсирәгә 19 йәш самаһы, ә һигеҙенсе сабыйҙарына 26-27 көн генә була. Йәп-йәш кенә ҡыҙыҡай ҡустыһын (уға Илдар тип исем ҡушалар) ҡуйынында алып йөрөп ҡарай, әммә атайҙары баланы Өфөләге 1-се балалар йортона тапшыра. Башҡаларын да төрлө балалар йорттарына ебәрәләр.
– Бөтә туғандарымды ла таптым, Илдарҙы ғына таба алманым. Өс йәш тулғас, мин уны кире алырға тейеш инем, ләкин ҡустымды башҡа урынға күсергән булып сыҡтылар. Шулай эҙе юғалды ҡәҙерле ҡустымдың. Кемдер интернетта хәбәр күреп ҡалған, тип һөйләнеләр. Бер табибә ҡатын үҙенә уллыҡҡа алған икән, хәҙер туғандарын эҙләй, тип. Барыбер эҙенә төшә алманыҡ, тип күҙ йәштәре аша һөйләне Гөлсирә һәм минең ярҙам итеүемде үтенде.
Бәлки, ошо яҙмаларым туғандарҙың осрашыуына ярҙам итер, тип ышанғым килә.
Ҡайтып китер алдынан Игетимер буйына йәнә төштөм. Энәлек, әлморон, мышар бешеп килә. Муйыл инде ҡойолған. Һыуы үтә күренмәле йылға селтер-селтер аға ла аға. Нисәмә быуын яҙмышына шаһит булғандыр ул, нисәмә аяҡ эҙен һаҡлайҙыр ярындағы шыма таштар, күпме фажиғәле лә, ҡыуаныслы ла ваҡиғаларҙы үҙенә һыйындырғандыр һыу хәтере. Һыуҙар кирегә аҡмаған кеүек, әҙәм ғүмерҙәре лә кире әйләнеп ҡайтмай. Килер быуындар хәтерләрме икән ата-бабаларының кендек ҡаны аҡҡан был ерҙәрҙе? Әллә Мишәр ҙә ваҡыт саңына күмелеп, Ер йөҙөнән бөтөнләй юғалырмы? Хушлашҡанда йәнде ошо уйҙар өттө…