Йәмғиәт
30 Октябрь 2020, 09:31

Һәр йәштең – үҙ йәме

Яңғыҙ моңайып ултырырға һис тә ваҡыты юҡ.

Халҡыбыҙ элек-электән иманлы, әҙәпле, киң күңелле булыуы менән дан алған. Пәйғәмбәребеҙ ҙә мөьмин-мосолманды тәртипкә саҡырып торған, дин юлындағы кешеләрҙе хуплаған. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә, йәштәр дингә килә.
Ә уларҙың һәр башланғысын хуплап, ауылдаштарын яҡшы ғәмәлдәргә өндәгән ағинәйҙәрҙе һәр ауылда осратырға мөмкин.


Яҡты йөҙлө, аҡ күңелле инәйҙәрҙең береһе Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәй. Бар ауылға нур сәсеп, тирә-йүнен ҡояш кеүек нурға күмеп, шифалы ҡулдары менән кешеләргә ҡот таратҡан Зәлифә Хәсәнованы олоһо ла, кесеһе лә ихтирам итә.
Сығышы менән Ниғәмәт ауылынан булған Зәлифә Фазылғүмәр ҡыҙы 1956 йылда Түбәнге Яйыҡбай ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше Миңләхмәт Рәхимйән улы менән туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларының береһе баҡыйлыҡҡа күскән. Бер нисә йыл элек тормош юлдашы ла яҡты донъянан китеп барған.
Бала ҡайғыһын, ирен юғалтыу һағышын кисергән инәй артабан йәшәргә көс табып, кешеләрҙе дауаларға тотона. Үҙе лә диндар һәм затлы тоҡомдан ул. Атайҙары яғынан уларҙың нәҫеле уҡымышлы, ғилемгә ынтылған дини кешеләр. Күрәһең, был һәләт уға ла би­релгән. Ҡот ҡойоу, имләү, балаларҙы өшкөрөү кеүек халҡыбыҙҙың борондан килгән һауыҡты­рыу алымдары менән шөғөлләнә Зәлифә инәй, намаҙ уҡып, кешеләргә иман нуры тарата.
Тормошонан ифрат ҡәнәғәт: ҡарты һалып ҡалдырған күркәм өйөндә бер үҙе ғүмер итһә лә, яңғыҙ моңайып ултырырға һис тә ваҡыты юҡ. Әле бер балаһы ҡайтып керә, унан – икенсеһе. 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәргә өлгө булырлыҡ итеп донъя көтә. Бәхетле әсәнең бөгөн 14 ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар.
– Был донъяла йәшәү – үҙе бер бәхет. Ғүмерҙең ҡәҙерен белегеҙ, бигерәк тә бынау зәхмәтле сирҙең таралыуы бер аҙ тормоштоң йәмен ебәрҙе, әммә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Һәр саҡ хәрәкәттә булығыҙ, йылмайығыҙ, көлөгөҙ. Тормош хәҙер үҙе йәннәт, күңелең теләгән бөтә нәмә бар, әммә иман менән әҙәпте онотмағыҙ. Үҙең өлгө булмайынса, балаларыңа ниндәй тәрбиә бирәһең? – ти ауыл ағинәйе.
Әйткәндәй, быйыл Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы республикала иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша һәм еңеп сығырға өмөтләнә. Иң мөһиме – өлгө булырлыҡ изге юлдан әйҙәүселәре булғанда, ауыл да, уның халҡы ла сәләмәт тормош рәүешенә, айыҡ йәшәүгә ынтылыш алыр
Баймаҡ районы.
Читайте нас