Баш ҡаланың Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһе янында бер эттең бына инде ике йыл хужаһын көтөүе тураһында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Уны күршеләре ҡараған. Һуңынан ирекмәндәр алып китеп, эттең һынған тәпәйҙәрен дауалаған.
Ниһайәт, Өфө "Хатико"һы үҙенең ысын хужаһы Морат менән осрашты. Баҡтиһәң, ир этте күсенгән саҡта юғалтҡан, әммә интернеттағы яҙманы күргәс, шунда уҡ үҙенең дуҫын таныған. Эттең ҡушаматы - Радик.
Радик шунда уҡ хужаһын танып, уға ташлана. Ир ҙә, күңеле тулып, илап ебәрә, этен ҡосаҡлай, үбә. Ә Радиктың нисек ҡыуанғанын күрһәң, бәхет өсөн күп тә кәрәкмәгәнен аңларға була.
Был хәлде күҙәткән кешеләр ҙә күңелдәре тулып илай. “Эй Аллам, ҙур ҡыуаныс! Күҙҙән йәштәр килеп сыҡты, онотмаған хужаһын”, “И-и-и бахыр, мин дә ҡыуандым, илап ҡарайым шул видеоны”, “Эт - кешенең тоғро дуҫы” тип фекер уртаҡлаша социаль селтәрҙә халыҡ.
Шулай итеп, социаль селтәр ярҙамында сираттағы изге эш ҡылынды.