– Гөлзифа Исрафилова – ауыл шағирәһе. Ябай һутлы тел менән яҙылған халыҡсан шиғырҙарын барыһы ла яратып уҡый. Күптән түгел Иҫәнбәт ауылында уның “Шиғырҙарым – күңел һандығым” китабының исем туйы булды. Сибай ҡала типографияһында үҙнәшер юлы менән баҫылған шиғри йыйынтығына авторҙың иң яҡшы ижад емештәре индерелгән.
Иҫәнбәт ауылынан Гөлзифа Зекрейә ҡыҙы ижад менән мәктәп йылдарынан уҡ шөғөлләнә. Бигерәк тә башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәтен яратып уҡый, киләсәктә уҡытыусы булырға хыяллана. Әммә уның хыялдары тормошҡа ашмай: ишле ғаиләлә үҫкән ҡыҙға Өфөгә документтарын алып барырға мөмкинлек булмай, ата-әсәһенә ярҙам итеү маҡсатында, ул эшкә урынлаша.
– Хәтеремдә, мәктәп йылдарында “уҡытыусы булмаһам, туҡыусы булам”, ти торғайным. Үҙемсә, уҡытыусы һүҙенә рифмалаштырып шулай әйткәнмендер. Әммә Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгән, миңә бер нисә йыл туҡыусы булып эшләргә насип итте. Мәктәпте тамамлаған йылда бер төркөм ҡыҙҙар менән күмәкләшеп Мәскәү ҡалаһы янындағы Иваново туҡыу фабрикаһына эшкә урынлаштыҡ. Бер үҙем 25 туҡыу станогын хеҙмәтләндерҙем. Тыуған яғымды һағынып кире ҡайттым. Шул осорҙа ла һағыныу кисерештәрен шиғыр юлдарына теҙә торғайным. Тормошҡа сығып, балалар, ғаилә мәшәҡәттәре менән бер аҙ шиғыр яҙыуымды ситкә ҡуйып торҙом. Бер-бер артлы иң ҡәҙерле кешеләрем – ирем менән улымды юғалтҡас, бар ҡайғымды йәнә аҡ ҡағыҙға теҙҙем, шиғырҙарым күңел йыуанысыма әйләнде. Уларға таянып йәшәй башланым, дәртләнеп ижад иттем. 2018 йылда “Юлдаш” радиоһы конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булдым, халыҡсан шағирә тигән исем бирҙеләр. “Атайсал” гәзитендә тәүге тапҡыр ташҡа баҫылған шиғырҙарым донъя күрҙе. Аҙаҡ таныштарым, шиғырҙарымды үҙ итеүселәр “китап сығарырға кәрәк” тип әйткәс, тәүәккәлләп тотондом. Бер туған Иштуған ағайым бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте, ҡустымдың ҡыҙы уны компьютерҙа йыйып бирҙе. Бына шулай уртаҡ хеҙмәт һөҙөмтәһендә тәүге йыйынтығым донъя күрҙе, –тип таныштырҙы үҙенең ижад юлы менән ауыл шағирәһе.
– Гөлзифа Исрафилова –ауылындағы “Һандуғас” фольклор ансамбле етәксеһе лә. Тап ул сығарған таҡмаҡтарҙы башҡарып, ансамбль райондағы төрлө мәҙәни сараларҙа призлы урындар яулай. Һуңғы ваҡытта уның йырҙары ла ансамблдең репертуарында ныҡлы урын ала башлаған.
– Ысынлап та, ауыл шағирәһенең теле һутлы, халыҡсан, ябай. Һәр шиғырын, һыуһынды ҡандырырға теләгәндәй, рәхәтләнеп уҡыйһың. Әйтем-мәҡәлдәрҙе, урындағы һөйләште, төрлө лаҡаптарҙы кәрәкле ерҙә бик оҫта ҡуллана белеүе лә шиғриәтен балҡытып ебәрә. Шиғырҙарында бөгөнгө проблемалар ҙа ҡыйыу күтәрелә, тыуған ер, атайсалы өсөн тәрән борсолоуы ижадында асыҡ сағыла.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиҙәр. Ә бына Гөлзифа Исрафилованың беренсе шиғырҙар йыйынтығы – бөтә талаптарға яуап биргән ижад емеше. Киләсәктә лә күңел һандығынан ижад емештәрегеҙ урғылып, баҫылып сығып торһон, яңы китаптарығыҙ менән һөйөндөрөгөҙ, ябай ауыл шағирәһе!