Өфөлә полиция хәбәрһеҙ юғалған 13 йәшлек Камилла Алпарованы эҙләй. Ҡыҙ 28 октябрҙә Шота Руставели урамындағы өйөнән сыҡҡан да ғәйеп булған.
Үҫмер 15-17 йәшлек күренә, буйы 173 сантиметр, уртаса кәүҙәле, бите түңәрәк, күҙҙәре йәшкелт, сәсе ҡара төҫтә. Айырым билдәләре: уң аяғында янған эҙ бар, әҙерәк сатанлай, тештәре һарғылт, еңелсә һаҡау.
Өйөнән сыҡҡанда төрткөлө көрән-ҡыҙғылт төҫтәге толстовка, күк кепка, күк салбар кейгән, аяғында - ҡара кроссовка.
Үҫмер тураһында ниндәй ҙә мәғлүмәт белеүсе булһа, полицияға мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.