Был - 2019 йылдың 1 ғинуарында булған фажиғәле ваҡиғаның һөҙөмтәһе. Ғәйепләнеүсенең атаһының гаражында, үҙенең рөхсәте менән, ике ир йәшәгән. Уларҙың береһе хужалыҡ эштәрендә ярҙам иткән. Фажиғә булыр көндәге хәл-ваҡиғаның эҙмә-эҙлеклелеге: хужаның улы эскән килеш гаражға килеп, ирҙәрҙең береһен утын ағасы менән туҡмай башлай. Икенсеһе туҡтатырға маташһа, уныһына ла утын ағасы эләгә. Һөжүм итеүсенең үсе бының менән генә ҡанмай: тәүгеһен тышҡа һөйрәп сығарып, уның өҫтөнә тиҙ тоҡана торған шыйыҡса һибеп, ут төртә. Ҡаза күреүсе яна башлағас, айнып киткәндәй була, хатта икенсе иргә утты һүндерергә лә ярҙам итә, тик тәненең байтаҡ өлөшө янып өлгөргән кешене, дауаханаға илтһәләр ҙә, ҡотҡара алмайҙар.
Ни ҡылғаны аңына барып еткәс, енәйәтсе шаһитҡа был хаҡта берәүгә лә һөйләмәҫкә, бәхетһеҙ осраҡ булды, тип әйтергә ҡуша. Тәүҙә тикшереүселәр шулай уйлай ҙа, тик һорау алыуҙа шаһит дөрөҫөн һөйләп бирә.