29 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан дәүләт медицина университетының аналитика һәм токсикология химияһы курстары менән фармацевтик химия кафедраһы доценты Ғәлиә Тимерханова вафат булды.
Был хаҡта медицина университетының социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәһендә әйтелә. “Ғәлиә Әмир ҡыҙы сабырлығы, аҡыллылығы һәм башҡаларҙы аңлай белеүе менән айырылып торған бик яҡшы уҡытыусы ине. Уның туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уның хаҡындағы иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланасаҡ!” – тиелгән был хәбәрҙә.
Уҡытыусының вафат булыу сәбәптәре хаҡында яҙылмаған. Беҙ ҙә Ғәлиә Әмир ҡыҙының яҡындарының сикһеҙ ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.