3–8 ноябрҙә “Ҙур этнографик диктант” V Халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы онлайн рәүештә
www.miretno.ru сайтында үткәрелә. Диктант яҙыуҙа республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары, колледж студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнаша. Сара мәсьәләләре 30 һорауҙан торасаҡ: 20 һорау – бөтәһе өсөн дә һәм 10 һорау төбәккә ҡағылышлы була. Уны яҙыуға 45 минут бирелә. Бөтә эштәрҙе дөрөҫ үтәгән өсөн 100 балл ҡуйыла. Дөрөҫ яуаптар 16 ноябрҙә
www.miretno.ru сайтында баҫыласаҡ, ә шәхси һөҙөмтәләр 12 декабрҙә әҙер буласаҡ.