Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне башлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙналағы ауыр юғалтыу – Өфө мэры Өлфәт Мостафин менән хушлашыуҙы хәтергә алды.
– 31 октябрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мансур улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Был ҡала, республика, күптәребеҙ өсөн ауыр юғалтыу, – тине ул.
Тик тормош артабан дауам итә. Республика етәксеһе Башлыҡ Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға Өфөнөң ҡала Советы менән консультация үткәрергә ҡушты.
– Минеңсә, яңы ҡала етәксеһе тәғәйенләнгәнсе, был вазифаны ваҡытлыса башҡарған кешене билдәләп торорға кәрәк. Баш ҡала менән идара итеү эшмәкәрлеге бер минутҡа ла туҡтарға тейеш түгел. Был эште бөгөн үк ойоштороғоҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе оператив кәңәшмәлә тағы бер яңылыҡ еткерҙе. Башҡортостан етәкселеге “Газпром” ойошмаһы менән киләһе биш йылға газ үткәреү буйынса яңы килешеү төҙөгән. Республикаға йәлеп ителәсәк инвестициялар күләме алты тапҡырға арта һәм 13,4 миллиард һум тәшкил итәсәк.
– Был м беҙҙең халыҡ өсөн ҙур ярҙам. Газ үтмәгән ауылдар күп әле. Муниципалитет башлыҡтары, ер участкалары, эште ойоштороу буйынса һорауҙар буйынса ярҙам итергә әҙер булығыҙ. Газ үткәргән саҡта бындай мәсьәләләр йыш тыуа, – тине Радий Хәбиров.