Ирекмәндәр Өфөлә ауыр тормош хәленә тарыған әсәгә ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һорай. Баҡтиһәң, ҡатындың ире төрмәгә эләккән. Ә йөклө әсә эргәһендә өс йәшлек улы бар. Улар йылытылмаған йортта көн күрергә мәжбүр.
Алда ҡарлы-буранлы һалҡын ҡыш! “Анастасияның сабыйы тыуһа, ул бәпесте ҡайҙа алып ҡайтыр? Әле улар ҡотһоҙ, һалҡын өйҙә көн күрә. Йылы эҙләп, юрған аҫтына инеп йәшенәләр”, – тип борсола ирекмәндәр.
Әлбиттә, йәш әсә нисек тә йәшәргә ынтыла. Ул йортҡа газ индереү хаҡында ла уйлана, тик бының өсөн аҡсаны ҡайҙан алырға? Ул тамаҡ ялғарға аҙыҡ алыу өсөн саҡ-саҡ етә.
Ошо сәбәпле, Башҡортостандың Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү фонды ирекмәндәре башҡалар яҙмышына битараф булмағандарҙан ярҙам һорай. Йөклө әсәгә һәм уның өс йәшлек улына ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәр улар менән социаль селтәрҙәге төркөмдәр аша бәйләнешкә сыға ала.