Кисә Ҡотҡарыу хеҙмәтенең "112" телефонына, Өфөнөң Блюхер урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың берһенә бомба һалынған, тигән хәбәр килә. Урынға йәһәт кенә полиция хеҙмәткәрҙәре йүнәлә.
Туғыҙ ҡатлы йортто һәм уның тирә яғын ентекләп тикшереп сыҡҡас, бер ниндәй ҙә бомба йәки шартлатҡыс табылмай. Шунан инде хоҡуҡ һаҡлаусылар "шаярыусыны" асыҡлай башлай.
Улар иң тәүҙә шылтыратыу кемдең телефонынан килгәнлеген билдәләй. Баҡһаң, был телефон һаны Өфө ҡатынына беркетелгән булған. Әммә, һуңынан асыҡланыуынса, телефондан ул түгел, ә уның 40 йәшлек ире шылтыратҡан. Йәнәһе лә, ул шулай шаяртҡан...
Тәртип һаҡсылары ирҙе ҡулға алып, полиция участкаһына илтә, ул был мәлдә иҫерек була. Хәҙер инде был шаярыусының көлкөһө яңырыр, уға енәйәт эше асыласаҡ.