Йәмғиәт
3 Ноябрь 2020, 13:52

Атанан күргән – ҡорт көткән

Сергей Стерхов – Яңауыл районының иң яҡшы умартасыларының береһе. Был шөғөл уға атаһынан, ә атаһына олатаһынан ҡалған.

Сергей Стерхов – Яңауыл районының иң яҡшы умартасыларының береһе. Был шөғөл уға атаһынан, ә атаһына олатаһынан ҡалған.


Шуға күрә Сергей Николаевич “Умартасылыҡ менән нисә йәштән алып шөғөлләнәһегеҙ?” тигән һорауға түбәндәгесә яуапланы: “Бала саҡтан. Минең атайым да, олатайым да ҡорт тотҡандар. Үҙ-үҙемде иҫләгәндән алып, беҙҙә һәр саҡ бал ҡорттары булды”.
Сергей Стерхов бәләкәй саҡтан атаһы менән умартасылыҡҡа йө­рөй, ҡортсолоҡ серҙәренә өйрәнә. Был эштә олатаһы менән өләсәһе лә уға ярҙам итә: “Ҡортсолоҡ буйынса махсус белемем юҡ, башта өләсәйем бал ҡорттарын ҡарау серҙәрен сисһә, аҙаҡ атайымдан өйрәнә башланым”.
Яҡындарынан алған белем, оҙаҡ ваҡыт тупланған тәжрибә Сергей Николаевичҡа йылдар буйына ғаилә кәсебе менән шөғөл­ләнергә мөмкинлек бирә.
Сергей Стерхов – ике бала атаһы, ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Ҡыҙына – 25, ә улына туғыҙ йәш.

“Яйлап улымды ла ҡортсолоҡ һөнәренә өйрәтә башланым, – ти ул, – әлегә бәләкәйерәк, әлбиттә. Киләсәктә был йүнәлештә йы­шыраҡ эшләрбеҙ тип өмөт итәм”.
Коллектив хужалыҡ фермаһы тотҡан ҡортсоноң 180 баш умартаһы бар.

“Эштәр йыл әйләнәһенә етерлек. Иртә яҙҙан умарталарҙы таҙарта башлайбыҙ, ҡыш сыҡҡан бал ҡорттарының хәлен беләбеҙ, ҡайһыларын ашатабыҙ, ҡайһы­ларын тикшерәбеҙ.
Май айының аҙағында ҡорттар күс айыра башлай. Йәй миҙге­лендә, ҡағиҙә булараҡ, төп эштәр башҡарыла – бал ҡорттары бал туплай.
Көҙөн иһә, ҡышҡа әҙерләнәбеҙ. Ҡорттарҙы яҙлы-көҙлө ауырыуҙар­ҙан дауалайбыҙ, һаулыҡ торошон контролдә тотабыҙ”, – тип ҡорт тотоуҙың төп тәртибе менән таныштыра Сергей Николаевич.
Умартасы билдәләүенсә, ҡыш­ҡыһын да эштәр етерлек. Был миҙгелдә төп маҡсат – бал ҡорт­тарына ҡышлау өсөн уңайлы шарттар булдырыу: уңышлы урын табыу, ҡорттарҙы йылы, ҡоро умарталарҙа тотоу, сифатлы аҙыҡ запасын әҙерләү.

Сергей Стерховтың ҡорттары ҡара урман бал ҡорттары төрөнә ҡарай:
“Был бал ҡорттарының зат-нәҫеле һәйбәт. Холоҡтарына кил­гән­дә, улар уҫаллығы менән айырыла, шуға күрә мәшәҡәте лә күберәк. Уның ҡарауы, балы һәйбәт”.
Баҡтиһәң, ҡара урман бал ҡорттары йүкә балы йыйыуға айырыуса оҫта икән. Был ағастан тыш, улар төрлө сәскәләрҙән, талдан, сағандан, бәпембәнән һут ала.
Сергей Николаевичтың балын һатып алырға теләгәндәр күп. Бал һатыу менән ҡортсоноң атаһы ла шөғөлләнгән була, Сергей Стерхов та бөгөнгө көндә был кәсепте тулыһынса бойомға ашырырға тырыша.
Быларҙан тыш, Сергей Стерхов ике йыл рәттән “Алтын солоҡ” проектында ҡатнаша.

“Ҡара урман бал ҡорто попу­ляцияһын һаҡлауҙы маҡсат итеп алған проект аша ҡорттарыбыҙҙы башҡа умартасыларға таратабыҙ, беҙҙекен бик теләп алалар, сөнки нәҫелле ҡорттар һирәк осрай хәҙер. Беҙҙең бал ҡорто күптәргә оҡшай.

Шулай уҡ бындай ҡорттарҙы тотоу өсөн бик белемле булырға кәрәк, уларҙы ҡарау бөтәһенең дә ҡулынан килмәй”, – ти Сергей Николаевич.
“Алтын солоҡ” проекты сик­тәрендә Сергей Стерховтың бал ҡорттары хатта Бөрйән районына ла оҙатылған.

“Умартасылыҡ менән шөғөл­ләнергә теләгән йәки яңы баш­лағандарға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?” – тип һорайым әңгәмә һуңында.
“Был һөнәр белемле булыуҙы, шул белемде даими рәүештә камиллаштырыуҙы талап итә. Уҡыуҙан тыш, тәжрибә тупларға ла кәрәк. Ҡортсолоҡ менән шөғөл­ләнә башлағандарға күберәк умарта эше менән булырға кәңәш итер инем. Был йәһәттән остаздар яҡшы ярҙам итә, минең, шөкөр, өйрәтеүселәрем етерлек булды”, – тип кәңәш-теләктәре менән уртаҡлашты Сергей Стерхов.
Атанан күргән – уҡ юнған, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Был осраҡта, атанан күргән – ҡорт көткән, тибеҙ. Күңел йыуанысы ла, килем сығанағы ла, яратҡан һөнәр ҙә, тәбиғәт менән аралашыу сараһы ла ул ҡортсолоҡ Стерховтар нәҫеленә.
Яңауыл районы.
Читайте нас