“Башҡортостан ихаталары” һәм подъездар ремонтлау программалары тураһында республикала ишетмәгән бер генә ҡала һәм район да юҡтыр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән улар ике йыл элек тормошҡа ашырыла башланы. Маҡсат аныҡ һәм ябай – граждандарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
Бер йыл элек, был программала ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында һүҙҙәр саҡ йөрөгән мәлдә Баҡалы районы кешеләре уның үҙ ихатаһында тормошҡа ашырылырына ышанмай ине. Бындағы ихаталар иҫке, законһыҙ төҙөлгән гараждар һәм мөгәрәптәрҙән торған. Әле иһә, бөтөнләй икенсе күренеш.
Шулай итеп, хыялдар тормошҡа ашты һәм быйыл Баҡалы ауылында “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы, һигеҙ күп фатирлы йорт ингән ихата комплекслы төҙөкләндерелде. Был ихатаға Мәктәп урамы 2, 2А, 2Б, 4, Ворошилов майҙаны, 1, 3, 3А, 5 адресы буйынса урынлашҡан йорттар ингән. Проект бик ҙур, төҙөкләндереү дөйөм алғанда 13 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда башҡарылған. Бынан тыш эштәр файҙаланыуға 2020 йылда граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереү буйынса федераль программа сиктәрендә төҙөлгән яңы 36 фатирлыҡ йорт ихатаһында ла башҡарылған. Был йорттан дөйөм майҙаны 994 квадрат метр булған 23 фатир өс авария хәлендәге йортта йәшәгән 50 кешегә биреләсәк. Ете фатир етем балаларға һәм бер фатир хроник сирҙәре булған инвалидҡа тәғәйенләнгән.
Был ихатала дөйөм алғанда 435 кеше йәшәй. Барлыҡ төҙөкләндереү эштәре улар уңайлы шарттарҙа йәшәй алһын өсөн башҡарыла. Проекттың хаҡы 22 миллион 100 мең һум тәшкил иткән. Генераль подрядсы – “Инфодорстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Өфө), ярҙамсы подрядсылары “Жилстрой Бакалы” һәм Баҡалы юл ремонты идаралығы (“Башкиравтодор”).
Һөҙөмтә бөтәһенә лә оҡшаған. Хәҙер бында заманса һәм хәүефһеҙ япмалы балалар һәм спорт майҙансығы, автомобиль ҡуйыу урындары, тротуарҙар бар, яңы яҡтыртыу системаһы, контейнер майҙансығы ҡуйылған. Ихата араһында йөрөү юлдары асфальтланған, тротуарҙарға брусчатка һалынған, яңы бәләкәй сәскә баҡсалары ҡалҡып сыҡҡан. Хәүефһеҙлек өсөн туғыҙ видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған.
Бындағы бөтә эштәр ҙә урындағы халыҡтың фекерен һәм теләктәрен иҫәпкә алып башҡарылған. Хәҙер уларға яңыртылған һәм матур киңлекте оҙаҡ йылдарға һаҡларға кәрәк.
Фото: Баҡалы районы хакимиәте.