Йәмғиәт
3 Ноябрь 2020, 13:20

Берҙәмлектә – көсөбөҙ

Байрам менән дуҫтар, милләттәштәр, туғандар!

4 ноябрҙә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Был дата тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған. Байрам 1612 йылда Минин менән Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан – поляк интервенттарынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырыла.
Был көн халыҡ рәсәйҙәрҙең сағыу хәрби традицияларын белһен, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотһон тигән изге маҡсаттарҙы ла ҡуя. Әлбиттә, Ватанды баҫҡынсыларҙан һаҡлау, халыҡтар дуҫлығы, илһөйәрлек кеүек матур сифаттар күп милләтле илебеҙ халыҡтары өсөн дә хас, һәм был яуаплылыҡты һәр кем тоя.
Бөгөн донъялағы тотороҡһоҙ сәйәси шарттарҙа, ер һәм тәбиғәт байлыҡтары өсөн көрәш барған заманда халыҡтар берҙәмлеге айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки берҙәм һәм бергә булғанда ғына беҙҙең илдең нигеҙе ныҡ буласаҡ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө иһә йәштәрҙе патриотик һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләүҙә, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа ҙур өлөш индерә. Ә инде илебеҙ тарихындағы һәр мөһим ваҡиға, шулай уҡ дәүләт символдары һәм бөйөк шәхестәргә оло ихтирам Рәсәйҙең киләсәге нигеҙен нығытасаҡ ҡына.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө – ил тарихында яңы байрамдарҙың береһе. Уны ватандаштарыбыҙ ныҡлап ҡабул итһен өсөн тарихҡа йышыраҡ күҙ ташларға кәрәктер.
Башҡортостан 160-тан ашыу милләт вәкиле өсөн дөйөм йортҡа әйләнде: республикала төр­лө милләттәрҙең мәҙәниәте һаҡланһын, үҫешһен өсөн шарттар тыуҙырыла. Ошо маҡсатта Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булдырылған. Ул 24 тарихи-мәҙәни үҙәкте берләштерә, шул иҫәптән республикала – 17 үҙәк, ә күрше төбәктәрҙә алты башҡорт үҙәге эшләп килә. Халыҡтар дуҫлығы йорто республиканың 50-нән ашыу милли-мәҙәни берлектәре менән хеҙмәттәшлек итә.
Башҡортостанда 12 дәүләт театры эшләй. Республиканың музей фондтары тыуған яғы­быҙҙың күп милләтле халыҡтарының үҙен­сә­леген сағылдыра. Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙә­ниәттәр фестивале, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фес­тивале кеүек саралар күп милләтле байрамдарға әйләнде. “Башҡорт йәштәре йыйыны” һәм “Аҫылташ” милләт-ара йәштәр форумдары уҙға­рыла, унда төбәктәге бөтә халыҡтарҙың йәштәре ҡатнаша.
Халыҡтың художестволы кәсеп­се­леге үҫешә. Заманса башҡорт биҙәү-ғәмәли сәнғәт мәктәбендә “Ағиҙел” предприятиеһы алдынғылар рәтендә.
Милли спорт төрҙәренә иғтибар ҙур.
Республикала 14 тел өйрәнелә – башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурд, мордва, немец, украин, белорус, латыш, иврит, поляк, әрмән. 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләй.
Дөйөм белем биреү систе­маһында башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурд телдәрендә белем алыу мөмкинлеге тыуҙырылған. Шулай уҡ уҡыусыларҙың теләге буйынса башҡорт, рус, татар, сыуаш, марий, удмурд, мордва, немец, украин, беларусь, латыш телдәре өйрәнелә.
Бөгөнгө байрамды Башҡортос­тан лайыҡлы ҡаршы ала. 278 яҡта­шыбыҙҙың – Советтар Союзы Геройы, 35 яҡташыбыҙҙың Дан орде­ны кавалеры булыуы ошо хаҡта һөйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһы составында республикала йәшәгән төрлө милләт вәкил­дәре лә һуғышҡан. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығында Ил Президенты В.В. Путин тарихи ғәҙеллекте тергеҙҙе – 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шаймора­товҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе:
– Был байрамды билдәләгәндә беҙ күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлегенә, еңел булмаған һынауҙар осоронда илебеҙҙе һаҡлап алып ҡалған бөйөк халҡымдың бөтә бауындарына ҙур ихтирам белдерәбеҙ.
Һис шикһеҙ, илебеҙ халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән көслө. Ул ҡунаҡсыл да, йомарт та.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан атҡарылған халыҡтар берҙәмлеген нығытырға, татыулығын арттырырға булышлыҡ иткән эштәр бихисап. Был йүнәлеш ҡоролтайҙың айырым бер бурысы булып һанала тиһәм дә хата булмаҫ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән халҡыбыҙҙы бөгөнгө яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа өндәгән ошо байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан – берҙәмлек йәшәгән дуҫлыҡтың йорто, тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам. Байрам менән дуҫтар, милләттәштәр, туғандар!
Римма ҮТӘШЕВА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе:
– Халыҡтар берҙәмлеге көнөн 2005 йылдан билдәләйбеҙ. Быйыл уның ҙур булмаған юбилейы – 15 йыл. Мин уны еңеү байрамы кеүек түгел, ә берҙәмләшеү байрамы тип ҡабул итәм. Мәҫәлән, бөгөн бер ғаилә булып пандемияға ҡаршы көрәшәбеҙ – власть вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, ғөмүмән, барлыҡ халыҡ.
1612 йылда ла рустар ғына түгел, ә бөтә Рәсәй халҡы берләшеп, сит ил интервенттарын еребеҙҙән ҡыуып сығара, ул саҡта ла һәр кем барлыҡ хәленән һәм көсөнән килгәнсә ярҙам иткән. Шул берҙәмлек менән улар еңеүгә өлгәшә.
Беҙҙең Рәсәй – күп милләтле дәүләт. Башҡортостанда ла төрлө милләт вәкилдәре бер ғаилә булып йәшәй, бөтәһе лә берҙәм, татыу. Мәҫәлән, миңә башҡорт теле лә татар теле кеүек үк яҡын. Республикала төрлө милләттәр өсөн театрҙар эшләй, гәзиттәр сығарыла, мәктәптәрҙә туған тел уҡытыла. Әйтәйек, үткән аҙнала беҙҙең ойошма рус мәктәбендә татар теле уҡытыуға грант отто. Былтыр “Нур” татар театры алдында шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылды. Шуға ла республика Башлығының башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата мөнәсәбәте юғары баһаға лайыҡ.
Был матур байрам. Киләсәктә лә беҙ бергә булғанда ғына бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға аласаҡбыҙ, шул иҫәптән пандемияны ла. Беҙ бергә булдырабыҙ!
Читайте нас