Йәмғиәт
3 Ноябрь 2020, 09:30

Иғтибар үҙәгендә – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү

2 ноябрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә кәңәшмә булды.

2 ноябрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙә проблемаларҙы хәл итеү буйынса видеобәйләнеш режимында кәңәшмә булды.
Ҡалдыҡтарҙы ташыу сифаты анализы һәм уларҙы үтәүҙең “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар-Башҡортстан” системаһында фотохисаплама ярашлылығы көн үҙәгендә ҡала. “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар-Башҡортстан” ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу мониторингыһының автоматлаштырылған системаһында төбәк операторҙары эшен анализлауҙан сығып баһалағанда, ыңғай үҫеш күҙәтелә. Уртаса төбәк операторҙары тарафынан дөйөм системала теркәлгән контейнер майҙансыҡтарының 98 процент күләмендә ҡалдыҡтарҙы ташыу факттарын теркәлеүе тәьмин ителгән.
Көн үҙәгендә тағы бер мәсьәлә – кешеләрҙән ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе йыйыу. Төбәк операторҙары күрһәткән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе йыйыу республикала уртаса 83,7 процент тәшкил иткән. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ 2021 йылдың аҙағына тиклем муниципаль райондарға тимер контейнерҙар урынына евроконтейнерҙарҙы һатып алыу графигы мәсьәләһе хаҡында ла һөйләште. Октябрь аҙағына республика биләмәһендәге биш муниципаль район (Әбйәлил, Ейәнсура, Ҡариҙел, Краснокама) һәм ике ҡала округы (Октябрьский, Межгорье) 100 процентҡа заманса евроконтейнерҙар менән тәьмин ителгән.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына 33 муниципаль берекмә 2021 йылдың аҙағына тиклем тимер контейнерҙарҙы алмаштырыу графигын биргән. Графиктарҙың күбеһендә 2021 йылдың 3-4 кварталында эштәрҙе атҡарып сығыу ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта металл контейнерҙарҙы евроһына алмаштырыу ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн автопаркты яңыртыу менән туранан-тура бәйле.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар мәсьәләһе буйынса киләһе кәңәшмә бер айҙан үткәреләсәк. Премьер-министр Андрей Назаров был ваҡытҡа тиклем Яңы йыл байрамдарында эшләү графигын әҙерләргә ҡушты.
– Яңы йыл каникулдарында сүп-сар коллапсын булдырмау өсөн барлыҡ сараларҙы ла алдан күреү мотлаҡ. Юғиһә, үтеп барған йылдағы эшебеҙҙә ҡәнәғәтләнерлек булмаған билдә ҡуйырға тура киләсәк, – тип кәңәшмәгә һығымта яһаны ул.
Республика Премьер-министры социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә: “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләһен айырым контролдә тотам. Ҡасан да булһа уның мотлаҡ икәнлегенә ихтыяж, әлбиттә, бөтөр – система үҙе яҡшы хәл итәсәк. Әлегә ул төҙөлөп бөтөлмәгән, ҡытыршылыҡтар күп, хәл артынан етди күҙәтергә кәрәк. Ҙур проектты эшләй башлағанда һәр саҡ шулай булыусан. Бындай мәлдәрҙә кире бәйләнеш ҙур роль уйнай – хеҙмәтте ҡулланыусынан етештереүсегә. Әгәр ойошторолған системаның етешһеҙлектәрен әле күрмәһәң һәм юҡҡа сығармаһаң, шулай формалашасаҡ та. Шуға был проблема хаҡында һөйләгән кешеләргә айырыуса иғтибар менән ҡарайым”, – тип яҙҙы.
Фото: pravitelstvord.ru
Читайте нас