Кисә “Башавтотранс” предприятиеһы Ишембай районына 13 яңы автобус тапшырған. Улар әлегә тиклем “Транспецсервис” ойошмаһы тарафынан хеҙмәтләндерелгән ҡала һәм ҡала яны маршруттарында йөрөйәсәк. Бөгөн тәүге рейстар яһалған да инде.
Был турала район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. Башҡаса йәмәғәт транспорты хәрәкәтендә тотҡарлыҡтар булдырмаҫҡа тырышырбыҙ, тигән ул.
Район хакимиәте башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, артабан Ишембай автовокзалы бинаһын тергеҙеү башланасаҡ. Объекттың дизайны, ландшафты буйынса проект 2019 йылда уҡ эшләнгән. Әле автовокзалдың перроны йүнәтелгән. Башҡа төрлө масштаблы эштәр ҙә башланырға тора. “Районда пассажирҙар ташыу системаһын юлға һалып, ҡала автовокзалының элекке матурлығын, функциялылығын киренән тергеҙербеҙ”, – тип яҙған Азамат Абдрахманов.
Фото А. Абдрахмановтың шәхси сәхифәһенән.