Тормошта көтөлмәгән хәлдәр күп. Бына тигән матур, йәш ғаиләләр тарҡала, балалар үкһеҙ етем ҡала, сабыйҙарын тәрбиәләүҙән баш тартҡан, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән ата-әсәләр ҙә етерлек. Бөтә тормош ауырлыҡтары сабыйҙар иңенә төшә. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың олатай-өләсәй наҙынан һәм тәрбиәһенән мәхрүм ителеүе лә ысынбарлыҡ, сөнки закондарҙағы “аҡ тап”тар арҡаһында опекунлыҡ мәсьәләләре хәл ителгәнгә ҡәҙәр балалар социаль учреждениеларға оҙатыла, сабыйҙар иң яҡын кешеләре хәстәренән ситләтелә.
Октябрь башында Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелгән закон проекты көн ҡаҙағындағы ошо проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Ысынлап та, Рәсәй закондарында өлкәндәрҙең үҙ ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүгә хоҡуҡтары нығытылмаған. Бары ата-әсәләр генә үҙ балаларының законлы вәкилдәре булып тора, шуға күрә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ата-әсә балаһын тәрбиәләмәгән осраҡта, уны социаль учреждениеға оҙатыу яғын ҡараясаҡтар. Олатай-өләсәйгә ейән-ейәнсәрҙәрен ҡайтарыу өсөн судтар аша көрәшергә тура килә. Баланың иң яҡын туғандарына опекунлыҡты сит кешеләр өсөн ҡаралған шарттарҙа рәсмиләштерергә мәжбүр. Ә судтарҙа хоҡуғыңды яҡлауҙың йылдарға һуҙылыуы ихтимал.
Ейәндәр өсөн көрәштең сағыу миҫалын ҙур ҡалаларҙың береһендә булған күңелһеҙ ваҡиға аша күрһәтмәксебеҙ. Наталья исемле ҡатын бер нисә йыл дауамында ейәндәрен ҡайтарыу өсөн нимә генә эшләмәй! Балаларҙың әсәһе вафат булғас, ике малай һәм бер ҡыҙҙы эргәһенә ала. Ерләү мәшәҡәттәренән һуң күп тә үтмәй, опека балаларҙы мәжбүри рәүештә өләсәһенән айыра. “Комиссия килде, малайҙарҙың бәләкәйен медицина тикшеренеүе үтергә тип, ҡулдан көс менән тартып алдылар, – ти өләсәй. – Иртәгәһенә өлкәндәрен дә айырҙылар, балалары менән бер ваҡытта ла бергә йәшәмәгән һәм уларҙы хәстәрләмәгән атай кешене мәктәпкә килтереп, ҡыҙҙы алдаштырып, атаһы менән йәшәргә ризалығы тураһында документтарға ҡул ҡуйҙырталар. Атайҙың был ваҡытта икенсе ғаиләһе барлығын да иҫәпкә алманылар. Ошондай уҡ схеманы малайҙарҙың өлкәне менән ҡабатланылар, “ҡул ҡуймаһағыҙ, балалар йортона оҙатасаҡбыҙ”, тип уларҙы ҡурҡытҡандар”.
Өләсәйҙең ҡыйыулығы, ныҡышмаллығы һоҡланырлыҡ. Йылдар дауамында опекун статусы өсөн көрәш осоронда балаларҙың өлкәнерәктәре интернатта тәрбиәләнә, бәләкәстәрен үкһеҙ етем итеп рәсмиләштереп, сабыйҙар йортона оҙаталар. Өләсәйҙе опекун итеп билдәләгәнгә тиклем малайҙы уллыҡҡа алырға теләгәндәр табыла. Әгәр яңы ата-әсә документтар туплап, баланы үҙҙәренә алып өлгөргән булһа, өләсәһе ейәнен бер ҡасан да күрә алмаҫ ине.
“Мин хәҙер улыҡайыма ҡарайым да, уны нисек сит ҡулдарға биреп, тыныс ҡына йәшәр инем икән, тип уйланам. Уның тыуған көнөнән алып мин һәр саҡ уның эргәһендә булдым. Хәҙер ул миңә “әсәй” тип өндәшә. Суд тупһалары буйлап йөрөгән арала ейәндәрем сит кешеләр менән йәшәне. Интернатта йәшәгән икәүһен ҡайһы саҡта ял көндәрендә үҙемә алырға рөхсәт иттеләр. Ә бәләкәсен бер йылдан һуң ғына күрҙем”, – тип хәтерләй өләсәй.
Натальяның фекеренсә, ата-әсәһен юғалтҡан балаларҙың яҡын кешеләре менән ҡалырға мөмкинлеге булырға тейеш. Ни өсөн ейәндәре яҙмышы өсөн борсолған, ут йотоп йәшәгән өлкәндәрҙең хоҡуғы юҡ? Өләсәй-олатай – бала өсөн иң яҡын кешеләр, улар сит кешеләргә ҡарағанда ейәндәрен күберәк йылылыҡ, һөйөү менән солғаясаҡ, тип иҫәпләй бюрократия тамуғын үтергә мәжбүр булған Наталья.
Тормоштағы төрлө ҡатмарлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында ғаиләнән ҡасандыр тартып алынған балаларҙы бөтөнләй ҡайтарып булмау осраҡтары ла етерлек. Ике йыл буйы ейәндәрен үҙенә тәрбиәгә алыу өсөн көрәшкән Светлана исемле ҡатындың фажиғәһе – шуға асыҡ миҫал. “Опека бүлеге мине тәүҙән үк “балаларҙы ала алмаясаҡһығыҙ” тип иҫкәртте. Йәшәү өсөн бөтә шарттар, өс бүлмәле фатирым һәм сәләмәтлегем һәйбәт булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы миңә бирмәнеләр”, – ти ул. Ейәндәрен тәрбиәгә бер ғаиләгә биргәндәр, уларға өләсәй менән осрашырға рөхсәт итмәйҙәр...
Оҙаҡламай өләсәй-олатайҙарҙың ейәндәренә ҡарата хоҡуҡтары менән хәл үҙгәрергә тейеш. Дәүләт Думаһына ҡарауға опека һәм попечителлек тураһындағы законға һәм Ғаилә кодексына мөһим үҙгәрештәрҙе эсенә алған закон проекты индерелде. Уға ярашлы, опеканы рәсмиләштереү барышында олатай-өләсәйҙәр һәм башҡа яҡын туғандар ҡарамағындағы балаларҙы суд ҡарары сығарылғанға тиклем социаль учреждениеларға оҙатырға тейеш түгелдәр. Әлеге ваҡытта закон буйынса ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы опекунлыҡ тураһында ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем билдәһеҙ ваҡытҡа социаль учреждениеларға урынлаштыралар. Яңы закон проекты сетерекле мәсьәләләрҙе уйлап, дөрөҫ хәл итергә ваҡыт та, мөмкинлек тә ҡалдырасаҡ. Иң мөһиме – тәүге урында бала мәнфәғәттәре торорға тейеш, ти закон проекты өҫтөндә эшләүселәр.