Әбйәлил районының Ишбулды ауылында йәшәгән ҡәҙерле ҡустым, ҡәйнешем, ағайыбыҙ Айрат Хөбөтдин улы ХӘЛИСОВ ошо көндәрҙә күркәм юбилейын – 60 йәшен билдәләй. Шулай уҡ киленебеҙ Рәйлә Хәкимйән ҡыҙына ла йәмле сентябрь айында 60 йәш тулып уҙҙы.
Улар – ауылдың уңған, өлгөлө ғаиләһе. Икеһе лә ғүмерен изге уҡытыусылыҡ эшенә бағышлап, тырыш, намыҫлы хеҙмәттәре менән хөрмәт ҡаҙанды. Айрат ҡустыбыҙ әле лә мәктәптә эшләүен дауам итә, киленебеҙ, хаҡлы ялға сығып, йорт усағын һыуытмай һаҡлай. Улар икеһе лә Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы булып танылды, район, республика кимәлендәге Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Айрат ҡустыбыҙ “Рәсәйҙең дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды, шулай уҡ Рәсәй грантын яулауға өлгәште.
Бынан бер нисә йылдар элек әсәйебеҙҙең йорто янып, юҡҡа сыҡҡас, Айрат ҡустыбыҙ менән Рәйлә килен ҡәҙерле кешебеҙҙе үҙ яндарына йәшәргә алды. Әлеге көндә әсәйебеҙ уларҙың ҡотло, йылы, бөтә уңайлыҡтар булдырылған өйөнөң түрендә ҡәҙер-хөрмәттә йәшәй, бәхетле, тыныс ҡартлыҡ кисерә.
Ҡустыбыҙ менән киленебеҙ өс балаға ғүмер бүләк итеп, уларға матур тәрбиә һәм белем бирҙе. Өлкән улдарын һәм ҡыҙҙарын башлы-күҙле итеп, гөрләтеп туйҙар үткәреп, бөгөнгө көндә олатай-өләсәй булыу ҡыуанысы кисереп ғүмер итәләр.
Ҡәҙерле туғандарыбыҙҙы ғүмер байрамдары менән ҡотлап, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡурай моңондай оҙонон теләйбеҙ. Алдағы көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы булһын, ғаилә именлегендә, балаларығыҙҙың уңыштарына һөйөнөп кенә, тиң-тигеҙ, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын!