Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәл йәнә ҡатмарлашты. Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең күпселек өлөшө ошо мәсьәләгә арналды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ағымдағы хәл менән таныштырҙы.
Ниндәй сикләүҙәр индерелде?
Пандемия башланыу менән яңы коронавирус инфекцияһы 10596 кешелә асыҡланған. Һуңғы тәүлектәге күрһәткес – 93 кеше. Ковид госпиталдәрендә 226 кеше дауалана, уларҙың 193-ө ауыр хәлдә. Интенсив терапия бүлегендә 14 сирле һәм ике кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Һауығып сыҡҡан кешеләр һаны – 9886. Үлгән кешеләр – 54. Дауаханаларҙа коронавирус менән сирлеләр өсөн 4780 урын әҙерләнгән, уның 82 проценты тулы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина тармағына көсөргәнеш булмаһын өсөн ауыр хәлдәге кешеләрҙе генә дауаханаға һалырға ҡушты.
– Амбулатор режимды көсәйтегеҙ, әйтеүҙәренсә, әле стационарҙа ятҡан кешеләрҙең 10-дан 20 процентҡа тиклеме амбулатор дауалана ала. Ил Президентының ҡарары тураһында ла онотмағыҙ: ковидтан амбулатор тәртиптә дауаланған кешеләр бушлай дарыу алыуға хоҡуҡлы, – тине ул.
Әлеге ваҡытта дәүләт органдары һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәренең күпселеге өйҙән эшләүгә күсте.
– Хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин булғанса өйҙән тороп эшләүгә күсереүҙе һорайым. Айырыуса өлкәндәрҙе, хроник сирлеләрҙе. Ә ауырлы ҡатындар буйынса был талап мотлаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, республика етәксеһе битлек кейеү режимын үтәүҙе ныҡлы тикшерергә һәм ҡағиҙәне боҙоусыларға протоколдар төҙөргә ҡушты. Уларҙың һаны буйынса көн һайын отчет әҙерләнергә тейеш.
Бынан тыш, хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы сәбәпле, мәктәптәрҙең яңынан дистанцияла уҡыу тәртибенә күсеүе ихтимал. Әгәр бындай ҡарар ҡабул ителә икән, ул 6 – 11-се класс уҡыусыларына ҡағыласаҡ.
– Ағымдағы аҙнала мәктәп уҡыусылары өсөн каникул дауам итә. Был балаларға ял итеү өсөн яҡшы мөмкинлек. 9 ноябрҙән улар уҡырға барасаҡ. Балаларҙы дистанцияла уҡыу режимына күсерге килмәй, тик хәлдәр аҙна уртаһына йәки аҙағына насарая икән, әҙер булығыҙ. 1 – 5-се кластар ғына мәктәпкә йөрөп уҡыясаҡ. Был ҡарар санитария-эпидемиологик хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Вуз студенттарына килгәндә, бында хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ. Шуға күрә бөгөндән беренсе курстан алып сығарылыш алды курсына тиклемге студенттар дистанцияла уҡыуға күсә. Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, юғары уҡыу йорттарында көн һайын 30-50-шәр кеше сирләй. Сығарылыш курс студенттарының уҡыу тәртибе буйынса ҡарарҙы вуз етәкселеге үҙаллы ҡабул итәсәк.
Колледж һәм техникумдарға килгәндә, бында сирләүселәр һаны күп түгел. Шуға күрә улар уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итәсәк.
Балалар баҡсаларында шулай уҡ сирләүселәр һаны аҙ, хәл тотороҡло. Улар ҙа эште әлеге ҡәҙимге режимда дауам итәсәк.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы күп кешеләр ҡатнашлығындағы сараларҙы кәметергә, мөмкин булһа, кисектерергә ҡушты.
Уҙған аҙналағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы юлдарҙағы үлемдәрҙең артыуы сәбәпле республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығын ҡаты ғына шелтәләгәйне. Ул осорҙа аварияларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлдө. Ғөмүмән, аҙна һайын үлемдәр һаны шул кимәлдә һаҡланып килде.
Һәм бына бөгөнгө кәңәшмәлә һандарҙың бер ни тиклем яҡшы яҡҡа үҙгәреүе күренде. Министр Алан Марзаев еткереүенсә, аҙна эсендә 52 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, уларҙа 57 кеше йәрәхәтләнгән һәм биш кеше һәләк булған.
Башҡортостан Башлығы был йәһәттән эште бер минутҡа ла туҡтатмаҫҡа, кеше ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә ҡушты. Ул вице-премьер Рәйеф Әбдрәхимовҡа, министрлыҡ вәкилдәренә һәм муниципалитет башлыҡтарына ошо көндәрҙә юл эштәрен теүәлләүҙе йөкмәтте.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров иһә янғындар буйынса хәлдәр менән таныштырҙы. Уҙған аҙнала республикала 101 янғын сыҡҡан. Уларҙа һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән, 115 кеше ҡотҡарылған. Бөтә осраҡтарҙа ла тәмәкене һаҡһыҙ тартыу ғәйепле.
Радий Хәбиров һалҡындар башланыу менән кешеләрҙең йорттарында мейестәр яғыуы, электр йылытҡыстары тоҡандырыуын иҫәптә тотоп, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға муниципалитет башлыҡтары менән һөйләшеп, махсус комиссиялар булдырыу кәрәклеген әйтте.
Туризм тармағы өсөн мөһим эш
Кәңәшмәлә туристик мәғлүмәт билдәләрен ҡуйыу эше тураһында ла һүҙ булды. Доклад менән республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов сығыш яһаны.
Быйыл Башҡортостанда эшләнгән һәм ҡуйылған туристик навигация билдәләре байтаҡ ҡына – 685 билдә һәм 877 йүнәлеш билдәләүсе таҡта. Шул иҫәптән төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа – 420, муниципаль әһәмиәтендәгеләрҙә 265 туристик билдә ҡуйылған. Иң күп мәғлүмәт таҡталары Белорет һәм Салауат районында – 42-шәр, Өфөлә – 15.
Туристик навигация системаһын эшләү һәм тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан 43,07 миллион һум аҡса бүленгән. Билдәләр рус һәм инглиз телдәрендә башҡарылған. Комитет рәйесе белдереүенсә, урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа, шулай уҡ “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктары йүнәлештәрен күрһәткән билдәләргә башҡортса яҙыу эшләү ҙә планлаштырыла.
Радий Хәбиров билдәләрҙе федераль трассаларҙа ҡуйыу эшен тиҙләтергә ҡушты. Планға ярашлы, 1,5 мең билдә ҡуйылырға тейеш. Был мәсьәлә аҙна эсендә хәл ителһен тигән йөкләмә бирелде.
Нефтекама бер йылда 11 миллион һум экономиялаған
Кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер тема – “Рәсәй муниципалитеттарында энергоменеджмент” халыҡ-ара пилот проектының беренсе йомғаҡтары яһалды. Ул “Сколково” Мәскәү идара итеү мәктәбе һәм Немец энергетик агентлығы (Dena) менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары Тимур Герасимов белдереүенсә, былтыр пилот проекты илебеҙҙең ике муниципалитетында – Нефтекамала һәм Мәскәү өлкәһенең Луховицы ҡалаһында тормошҡа ашарыла башлаған. Быйыл уға Башҡортостандың тағы 14 ҡала һәм районы ҡушылған.
Һәр аҙымды аңлатҡан программа Европа технологиялары нигеҙендә тораҡ пункттарҙа нормаль йәшәйешкә зыян килтермәй энергия ресурстарын экономиялау мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, Нефтекамала ете мең тышҡы диодлы яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу электр энергияһы сығымдарының өстән берен экономиялау мөмкинлеген биргән.
– Миңә хәбәр итеүҙәре буйынса, энергия һаҡлау саралары һөҙөмтәһендә Нефтекаманың йыллыҡ экономияһы 11 миллион һум тәшкил иткән, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер башҡа райондарҙа ниндәй экономияға өлгәшкәндәрен һанап сығарыу мөһим. Һәм был программаның ни тиклем һөҙөмтәле булыуын баһалау шарт. Был ыңғай тәжрибәне артабан бөтә республикаға таратыу өсөн кәрәк.
“Башҡортостан ихаталары” менән хәлдәр нисек?
Республикабыҙҙа был матур проекттың тормошҡа ашырыла башлауына ике йыл тулды. Күптәр уны үҙ итте һәм ихатаһын ремонтлауҙы түҙемһеҙлек менән көтә. Әммә ҡайһы бер намыҫһыҙ подрядсылар уны теүәл һәм ваҡытында үтәмәй. Был турала республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының беренсе урынбаҫары Ирина Голованова әйтте. Кәңәшмәлә бындай төҙөүселәр менән контарктты өҙөү ҡарары ҡабул ителде.
– Быйыл бурыстарын үтәй алмаған ойошмаларҙы киләһе йылда күргем килмәй. Беҙҙә сират тора, кешеләр матур итеп эшләргә өйрәнде, подрядсы ойошмалар һаны артты, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе 2019 йылда был эшмәкәрлекте “минус өслө” билдәһенә баһаланы. Ул быны координация булмауы, эшләй белмәү һәм подрядсы ойошмалар етмәүе менән аңлатты.
– Ә бына быйылғы хәлдәр миңә бөтөнләй оҡшамай. Беҙ бер юлы 400 ихатаны төҙөкләндерәбеҙ, күп аҡса һалдыҡ. Ә эштәр йүнләп башҡарылмай. Өфөләге Ғөбәйҙуллин урамында ниндәй хәлдәр һуң ул? Стәрлетамаҡтан да сигналдар килә. Бында күп кенә ихатала эштәр башҡарылып бөтмәгән. Был һеҙҙең сифатһыҙ эшмәкәрлегегеҙ. Эште дауам итегеҙ һәм миңә объектив мәғлүмәт еткерегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе быйылғы эшмәкәрлек һәм киләһе 2021 йылға пландар буйынса доклад әҙерләргә ҡушты.
– Ыңғай миҫалдар бик күп. Ихаталар күҙгә күренеп матурлана, унда йәшәге, уйнағы, эшләге килә. Тик тегендә йә бында башҡарылған бер сифатһыҙ ремонт менән проектҡа ҡарата дөйөм кире ҡараш уятаһығыҙ. Былтыр, проект башланып ҡына торғанда, хаталарға күҙ йоморға ла булыр ине, тик әле 2020 йыл тамамланып килә. Эшләп өйрәнергә ваҡыт, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, әлегә киләһе йылға был программаны финанслау күләме билдәле түгел. Ул Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа Финанстар министрлығы менән кәңәшләшергә һәм программаға бүленәсәк аҡсаны иҫәпләргә ҡушты.