Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2020, 11:00

Сәйетбаба кешеһе вертолет эшләгән

Әгәр видеояҙма булмаһа, ышанмаҫ та инек

Әгәр видеояҙма булмаһа, ышанмаҫ та инек. Ысынлап та, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы “кулибины” Марсель Ҡотлобаев сираттағы эше менән ауылдаштарын ғына түгел, ә республика халҡын да хайран итте.
Алтын ҡуллы Марсель Ҡотлобаев бәләкәйҙән тимер-томорға иҫе китеп үҫкән егет икән: телевизор, магнитофон, радиоалғыстар ремонтлай. Квадроциклдар эшләй, тора-бара тағы ла ҡатмарлыраҡ техникаға - вертолет эшләүгә тотона. Вертолет тураһында бик-күп китаптар уҡый, видеояҙмалар ҡарай һәм теләгенә өлгәшә – ул үҙенең тимер ҡошон эшләп, һынау осоштарын күрһәтте.
Афарин, Марсель Миҙхәт улы!
Фото: скриншот.
Читайте нас: