Быйыл республикала “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән ауылдар һаны бик күп. Конкурс шарттарының үҙгәреүе, йәғни еңеүселәрҙе билдәләгәндә урындағы халыҡ һанын иҫәпкә алыу, бәләкәй ауылдарҙы ла дәртләндереп ебәрҙе. Өс категория буйынса билдәләнәсәк еңеүсе исемен алыр өсөн, биләмәләрҙә үҙ-ара ярыш башланды, тиһәк тә була, сөнки бәйге шарттары ярайһы уҡ ҡәтғи, ә үткәреү ваҡыты бик аҙ. Икенсенән, район этабында еңеүселәр генә артабан республика кимәлендә ҡатнашыу хоҡуғы ала, шуға күрә бер биләмәгә ҡараған ауылдар араһында үҙ-ара ҡыҙыу эштәр, мәҙәни кисәләр, өмәләр, осрашыуҙар башланды, халыҡ сәләмәт тормошто пропагандалауҙы һәм айыҡ йәшәүҙе төп девизы итеп алды. Пандемия шарттарына ярашлы, һаҡланыу саралары теүәл үтәлә, битлектәр мотлаҡ ҡулланыла.
Конкурс ҙур мөмкинлектәр аса
Былтыр Баймаҡ районынан тәүге этапта 22 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән, быйыл иһә был һан 89-ға еткән. Былтыр мәртәбәле конкурста Ишбирҙе биләмәһенән Йылым ауылы республикала икенсе урынды яуланы. Тимәк, баймаҡтарҙың был юҫыҡта үҙ тәжрибәһе бар. Ниғәмәт ауыл биләмәһенә ҡараған Байым, Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары конкурсҡа дәррәү ҡушылған.
Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Булат Тайбуғин белдереүенсә, бәйгелә ҡатнашыу өсөн ныҡлы ҡарарға килер алдынан тәүҙә бөтә ауылдарҙа ла йыйындар ойошторолған. Унда бер генә мәсьәлә ҡуйылған: “Ни эшләйек, йәмәғәт? Эсеүҙе дауам итәйекме, әллә айыҡ тормош алып барыу ҡулыбыҙҙан килерме?”
– Ауыл биләмәһенә ҡараған дүрт ауылдың “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдерәсәгенә шик юҡ ине, сөнки халыҡ менән осрашҡан саҡта бер-береһенә “ана, түбәнге яйыҡбайҙар ҡатнашам, тине, ниғәмәттәр ҙә риза, байымдар ҙа уйлай” тип бер-береһен сәмләндереү уларҙың намыҫына тейҙе, буғай. Барыһы ла дәррәү риза булды һәм дәртләнеп төрлө саралар үткәрә башланы. Ҡатнашып ҡына өлгөр, теркәп кенә бар, – ти Булат Фәрит улы. – Артабан ауыл Советы депутаттары, әүҙемселәр менән бергә йыйылып, эш планы төҙөнөк.
Әлбиттә, бер нисә ай эсендә генә иҫеректәрҙе айнытып, хәмер һатыусыларҙы тыйып, эскеселәрҙе спиртлы эсемлек ҡулланыуҙан туҡтатып булмаҫ, әммә сәләмәт йәшәү рәүешен, спортты пропагандалап, айыҡ йәшәргә өйрәтергә мөмкин, – ти хакимиәт башлығы.
Ҡасандыр “перспективаһыҙ” мөһөрө баҫылған ауылдар өсөн “Айыҡ ауыл” конкурсы – ҙур мөмкинлектәр аса, бәләкәй ауылдың тормошона йәм һәм ҡот өҫтәй, халыҡты берләштерә. Шулай булмаһа, йәшен, ҡартын, бала-сағаһын, дәртле һәм дәртһеҙен бергә туплап, барыһын да берләштереп, өмәләргә, мәҙәни кисәләргә, ауыл байрамдарына халыҡты йәлеп итер инеме?! Киреһенсә, элек кемдер ауылдаштарын ситтән күҙәтһә, әле үҙҙәре үк әүҙемлек күрһәтә. Шуныһы ҡыуаныслы – ауылдаштарының еңеп сығыуын теләп, бүтән район һәм ҡалала йәшәгән ошо ауыл йәштәре бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа.
Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡорт ауылдарының тарихтары” китабындағы мәғлүмәттәр буйынса, Түбәнге Яйыҡбай (икенсе атамаһы – Түбәнге Нуғай) – республикала иң боронғо һәм тарихи ауылдарҙың береһе. Уның исеме йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙаҡовтан килеп сыҡҡан. Ауыл Һаҡмарҙан инеш алған Әмәндәк йылғаһы буйында ултыра. Район үҙәгенә 35 саҡрым, элек бында Салауат исемле колхоз гөрләп эшләгән, башланғыс мәктәп, клуб, мәсет булған.
Тарихи сығанаҡтар буйынса, 1795 йылда ауылда 35 йортта – 203 кеше, 1866 йылда 108 йортта 748 кеше йәшәгән. 1900 йылда Түбәнге Яйыҡбайҙа 170 йорт иҫәпләнгән һәм унда 862 кеше теркәлгән. Әйткәндәй, унда һыу тирмәне лә эшләгән.
Ауылды уратып алған ер-һыу атамалары – үҙе бер йәнле тарих, әллә күпме ваҡиғалар шаһиты, йыр-моңдар бишеге. Апай тауына, Апай шишмәһенә, Зөһрә суҡыһына, Оло Сағыл битенә, Һаҡмар һәм Әмәндәк йылғаларына арналған риүәйәттәрҙе ауыл халҡы әле булһа хәтерләй, уларҙы йәш быуынға тапшырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Күптән түгел Түбәнге Яйыҡбай ауылының тарихи урыны булған Апай тауы башына “Баяс” йырының авторы, ҡурайсы, йырсы, сәсән, башҡорт батыры Баясҡа (Баязетдин) арнап стела асылды. Башҡорт халҡы өсөн йәнен аямаған Баяс батыр иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында стела асыу мәсьәләһен тәүгеләрҙән булып ауылдың аҡһаҡалы, ҡурайсы Рәмил Хәсәнов күтәреп сыға һәм уны тормошҡа ашырыуға ҙур тырышлыҡ һала.
Рәмил Сәфәрғәле улы белдереүенсә, йәш быуын тыуған яғының тарихи ер-һыу атамаларын, үҙ батырҙарын, ошо төбәктән сыҡҡан йыр-моңон белеп үҫергә тейеш. “Был уй минең күңелемдә күптән йөрөй ине. Ул, үҙенең апаһы менән тыуған еребеҙҙе һаҡлап, биленә һөңгөһөн тағып, ҡулына уҡ-һаҙаҡтарын тотоп, иң шәп уҡсыларҙы бергә туплап, еребеҙҙе талаусыларға ҡаршы сыға. Колонизаторҙар тарафынан яу еңелә, әммә батыр, мәргән Баясты ҡулға ала алмайҙар. Ул үҙенең бер туған апаһы менән ошо тауҙа йәшеренеп осраша, ошо шишмәнең һыуын эсә. Аҙаҡ был урындар Апай тауы, Апай шишмәһе тип йөрөтөлә. Ҡасандыр Баяс (Баязетдин) батырҙың эҙҙәрен һаҡлаған ергә уның исемен мәңгеләштереү өсөн стела ҡуйыу – йәш быуын өсөн бер иҫтәлек, аманат”.
Ҡурай моңо оҙатыуында Түбәнге Яйыҡбай ауылының данлы улдарының береһенә стела асыла, мәшһүр халыҡ йырын “Баяс”ты Рәил Хәсәнов башҡара. Ҡурай тажы һәм уҡ-һаҙаҡ һынландырылған ерҙә ҙур таш (плитә) ҡуйылған. Унда шундай һүҙҙәр яҙылған:
“Баяс” йырының авторы, ҡурайсы, йырсы, сәсән, башҡорт батыры Баяс апаһы менән тыуған ере, иле өсөн көрәшкән.
Ат ҡушаҡлап йөрөп бында килдем,
Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе.
Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.
(“Баяс”, башҡорт халыҡ йыры).
Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы күренекле кешеләре менән дә ғорурлана ала. “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Ильяс Иҫәнбаев һәм иҡтисадсы ғалим Мазһар Иҫәнбаев (ағалы-ҡустылы), композитор Хөсәйен Әхмәтовтың әсәһе Ҡанита инәй ҙә ошо ауылдан. Районда ғына түгел, республикала берҙән-бер ғаилә ансамбле ойошторған, йыр-моң яратҡан талантлы Хәсәновтар ҙа Түбәнге Яйыҡбайҙа тыуып үҫкән.
Ҡасандыр ҙур ауылдарҙан һаналған Түбәнге Яйыҡбайҙа бөгөн 34 йорт хужалығы иҫәпләнә һәм унда 80-гә яҡын кеше йәшәй. Ауылда ҡалыусыларҙаң күбеһе – оло йәштәгеләр, бер нисә йәш ғаилә бар. Ауылдың иң олоһо – 92 йәшлек Маһинур Хәсәнова, иң кесеһе Ләйсән Дистановаға – ни бары йәш ярым. Һигеҙ уҡыусы “Мәктәп автобусы”нда күрше Ниғәмәт урта мәктәбенә йөрөп уҡый, кескәйҙәрҙән дүртәүҙе көн һайын балалар баҡсаһына илтәләр. Ауылда бер ниндәй ҙә социаль объект юҡ, магазин күптән ябылған, эш урындары тураһында һүҙ йөрөтөү ҙә мөмкин түгел.
Колхоз ваҡытынан торған буш бинаны күрше ауыл эшҡыуары Азат Абайҙуллин, ҡуртымға алып, билмән цехы асҡан, әле уны ремонтлап, һалма йәйеү буйынса эшен дауам итергә йыйына. Шулай уҡ күрше ауылдан бер эшҡыуар пилорам тота. Халыҡтың күпселеге мал үрсетеү иҫәбенә көн итә, йәшерәктәре вахта ысулы буйынса бүтән төбәктәрҙә эшләй. Ауылдың уңған хужабикәләре күпләп ҡош-ҡорт тота, һөт ризығы һата, еләк-емеш йыя.
Күпселек эш ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Рәйлә Йәһүҙина етәкселегендә башҡарыла, тиһәк тә, хата булмаҫ. Ниндәй кисә, өмәләр булһынмы, ауыл уңғандары тиҙ арала кәңәшләшеп башҡарып та ҡуя, тәмле аш-һыуын да әҙерләй.
Тормошон да матур баға Рәйлә Хәмзә улы. Ошо ауыл егете Арсен менән дүрт бала үҫтергән, әле яндарында ҡыҙҙары Айгизә генә, ҡалғандары үҙаллы тормош ҡорған. Алты ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй менән олатай ҙа улар.
Ире вахта ысулы менән ҡырҙа эшләгәнгә күрә, донъя көтөү күп йәһәттән уның иңенә төшә. Бала саҡтан ат йәнле ханым ауырлыҡтан ҡурҡмай, малын да ҡарай, ҡош-ҡорт та аҫрай. Күптәр Рәйлә Йәһүҙинаны мәктәп йылдарында район һабантуйҙарында ат сабышында ҡатнашҡан берҙән-бер ҡыҙ булараҡ яҡшы белә. 1981 – 1984 йылдарҙа өс йыл рәттән Баймаҡ район һабантуйында Буян ҡушаматлы аты менән беренселекте яулай ул. Күп ир-ат һыбай йөрөргә тәүәккәллек итмәгәндә, уҡыусы ҡыҙҙың ат сабышында елдәй елдереүе үҙе үк уның көслө рухлы, ҡыйыу икәнлеген һүрәтләй. “Ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр” тигән ҡатын-ҡыҙ затынан ул.
Уның менән танышырға барғас, өйөндә түгел, кәртәһендә ҡаҙҙары янында осраттым. “Тиҙҙән ҡаҙ, һуғым өмәләре башланыр инде, шуға күрә ҡаҙҙарымды нығыраҡ һыйлайым”, – тип ҡаршыланы ул. Тап ошо ваҡытта уны һүрәткә төшөрөп тә өлгөрҙөм.
Ағасҡа йән өрә, тимергә биҙәк һала
Ауылдың оҫта ҡуллы һөнәрмәндәренең береһе Ирмәк Ураҙбаев менән дә осрашырға теләк белдерҙек. Күрше ауылдағы йорттоң ҡыйығын алмаштырып йөрөүенә ҡарамаҫтан, үтенесебеҙҙе йыҡмайынса, оҫтаханаһында ҡаршы алды ул.
– Күптәр “ауылда эш юҡ” ти. Ә бына беҙ эшләп өлгөрә алмайбыҙ. Быйыл ғына ла 13-сө ҡыйығыбыҙҙы ябабыҙ. Хәҙер ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе йорттарын “яңыса ремонтлауға” өҫтөнлөк бирә, шуға күрә заказдар ҙа күп, үтәп кенә өлгөр, – ти Ирмәк Исмәғил улы.
Ағас эшенә лә маһир ул. Хәйер, ағасты юнып-һырлап үҙенең эшен башлай ҙа инде. Тәүҙә яҡындары, аҙаҡ ауылдаштары, уның алтын ҡуллы икәнлеген белеп, тәҙрә өсөн рамдар, ҡапҡа-ҡоймаларға төрлө биҙәк эшләргә заказ бирә. Ағасты һырлау, юнып биҙәк һалыу күп ваҡытты ала, сабырлыҡ та талап итә. Әммә яратҡан шөғөл ялҡытмай, бер көн ваҡыт етмәгәндә, кистәрен дә оҫтаханаһында эшләргә күнегеп ала. Ҡатыны иренең был шөғөлөн аңлап ҡабул итә, ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Ни тиһәң дә, табышлы эш ғаилә өсөн дә отошло.
Оҫтаның даны ете ауылға таралыр, ти халыҡ әйтеме. Бөгөн Түбәнге Яйыҡбай оҫтаһын сит ауылдыҡылар үҙҙәре эҙләп таба. Һуңғы ваҡытта ҡыйыҡ ябыу буйынса теләүселәр һаны артҡас, Ирмәк Уразбаев бригада төҙөп, үҙе кеүек эш белгән оҫталар менән бергә эшләй. Ваҡыт яғы тарыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, ауылда үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, ярҙам итергә тырыша.
Мәсет – архитектура ҡомартҡыһы
Тирә-яҡты сафлыҡҡа һәм иманға саҡырып, ауыл уртаһында ултырған мәсеттән аҙан тауышы яңғырай: Аллаһу әкбәр... Аллаһу әкбәр... Аллаһу әкбәр... Әйтерһең дә, Иман йорто ла үҙенең балаларына фатихаһын бирә, уларҙың изге эшен хуплай, халыҡты иман юлына баҫырға өндәй.
Республикалағы иң боронғо мәсет биналарының береһе ул. Совет осоронда ауыл халҡы тарафынан һаҡлап алып ҡалынған тарихи дини йортҡа нигеҙ һалыныуға – 200-ҙән ашыу йыл. Ололар һөйләүенсә, был ике манаралы боронғо мәсет XIX быуат башында төҙөлгән һәм 1988 йылда мәҙәни-тарихи ҡомартҡы булараҡ һаҡлауға алынған. Совет йылдарында Иман йортон клубҡа әйләндерергә уйлайҙар, әммә халыҡ быға ҡаршы сыға. Бер генә тапҡыр түгел, ике мәртәбә ул Башҡортостандың тарихи архитектура ҡомартҡыһы тип билдәләнә.
Ауылдың имам-хатибы Рәмил Хәсәнов Иман йортонда йәштәрҙе дин юлына йәлеп итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара. Аҙна һайын Йома намаҙҙары, Рамаҙан айында Ҡөрьән ашы, ауыҙ асыу, ғәйет байрамдары йыш үтә. Күптән түгел балалар араһында “Иман нуры” тип аталған дини бәйге үткән, йәш быуын сүрә ятлау буйынса үҙ-ара ярышҡан, вәғәздәр тыңлаған.
– Ауылдаштарыбыҙҙың “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуын ҡыуанып ҡаршы алдым, дин дә эскелекте инҡар итә. Иншалла, халыҡ аҡрынлап булһа ла дингә тартыла, бигерәк тә балаларҙың мәсеткә килеүе ҡыуандыра, – ти Рәмил Сәфәрғәле улы.
“Күңел усағы” һәр кемгә ҡуҙ өҫтәй
Әле әйтеп үтеүемсә, ауылда бер ниндәй ҙә социаль объект юҡ. Ҡасандыр ябылған башланғыс мәктәп бинаһы ғына ҡалған. Түбәнге яйыҡбайҙар үҙ-ара кәңәшләшеп, ошо ташландыҡҡа әйләнә барған бинаны үҙ көстәре менән ремонтлап, мәктәптән клуб эшләгән. Уның етәксеһе лә юҡ, клуб хеҙмәткәре был ауылда бөтөнләй булмаған. Үҙҙәренсә “Күңел усағы” тигән исем ҡушып, ошо йортҡа теләгән ваҡытта күңелдәрен бушатыу, бер-береһе менән аралашыу, ауылдың ҡото булған татыулыҡты һәм берҙәмлекте һүндермәү, ошо усаҡҡа ҡуҙ өҫтәү өсөн йыйыла ауыл халҡы. Аптырап тормай улар: рәхәтләнеп концертын да ҡуялар, тыпырлатып бейейҙәр ҙә, төрлө осрашыу-кисәләр ҙә үткәрәләр. Ауылдың йөҙөк ҡашына әйләнгән “Еңгәйҙәр” фольклор һәм балаларҙың “Шат йондоҙҙар” ансамбле сығыштарын айырыуса көтөп алалар.
– Ансамблгә “Еңгәйҙәр” тигән исемде юҡҡа ҡушманыҡ, бында йөрөүселәрҙең барыһы ла төрлө йылдарҙа ошо ауылға килен булып төшкән еңгәйҙәр, – ти ансамбль етәксеһе Фирҙәүес Хәсәнова. – Районда ла сығыш яһайбыҙ, республика конкурстарында ла ҡатнашабыҙ.
Ошо ауыл ҡыҙы Рәмзиә Бәхтиева иһә балаларға йыр-моң өйрәтеү ниәтенән Баймаҡтан үҙ теләге һәм йөрәк ҡушыуы буйынса килә. Баймаҡта бик күп вокаль ансамблдәр ҙә төҙөгән, бынамын тигән йырсы ҡыҙҙарын – Зәлиә менән Юлиә Бәхтиеваларҙы ла үҫтергән ул.
Һәр ауылдың матур йәшәргә ынтылыуы, тыуған ерен ҡәҙерләүе, уны яратыуы – бик матур күренеш. Шулай булмаһа, бәләкәй генә ауыл халҡы конкурста дәррәү ҡатнашырға йөрьәт итер инеме ни?! Юҡтыр, моғайын. Уларҙың төп маҡсаты – “һин эсмә, ә һин араҡы һатма” тип өгөт-нәсихәт уҡыуҙа түгел, ә ауыл тормошон балҡытып ебәреүҙә, халыҡтың аңын уятыуҙа, һәр кешене яҡын күреп, төрлө сараларҙа ҡатнаштыра алыуҙа. Был хаҡта Ниғәмәт ауыл биләмәһе депутаты, ауыл старостаһы Рәил Хәсәнов та үҙ фекерен белдерҙе.
– Халыҡ үҙе “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Берәү ҙә ҡаршы булманы, киреһенсә, ошо тәҡдимде көтөп торғандай, һәр кем ауылды төҙөкләндереү, саралар үткәреү тураһында үҙ-ара кәңәшләште, уй-фекерҙәрен әйтте. Эште ауылды төҙөкләндереүҙән башланыҡ. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, беҙҙең ауылға килеп ингән һәр кем күргәс тә һоҡланырлыҡ булһын, тигән уй менән дәртләнеп эш башланыҡ. Ауыл уртаһынан аҡҡан Әмәндәк йылғаһы буйҙарын таҙаланыҡ. Артабан Апай шишмәһе янындағы аҡлан тәртипкә килтерелде, Ҡоролтай аллеяһын булдырып, Һаҡмар буйына ағастар ултырттыҡ. Бында ауылдың һәр кешеһе әүҙем ҡатнашты, бигерәк тә ир-егеттәр ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы алғы сафта булды. Әйҙәүселәре булһа, уға эйәреүселәр ҙә һәр саҡ табыла, – ти ауыл депутаты.
Конкурс шарттарына ярашлы, ауыл халҡы сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалаған төрлө эштәр, мәҙәни саралар, өмәләр үткәреүен дауам итә. Ауылдың брендына әүерелә барған “Күл буйына килһәң ине” ретро-фестивале күптәрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡлана, йәшлектәренә алып ҡайта, шуға күрә Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы уны йыл һайын үткәрергә тигән ҡарар ҡабул итә. Шулай уҡ көҙгө йәрминкәләр ойоштороу, онотола барған балалар уйындарын ҡайтанан тергеҙеү, халҡыбыҙҙың милли йолаларынан “Кис ултырыу”ҙы уҙғарыу – барыһында ла ауыл халҡы дәртләнеп ҡатнаша.
Эш буйынса Урал аръяғы райондарындағы бик күп ауылдарҙа булырға тура килә миңә. Үҙемсә һынауыммы, белмәйем, ни өсөндөр һәр барған ауылда йорттарҙың төҙөклөгөнә, кәртә-ҡураларында ултырған кәбән-эҫкерттәргә, урам тулы ҡаңғылдашып йөрөгән ҡош-ҡорттоң күплегенә иғтибар итеүсәнмен. Ауылдарын йәмләп, күркәм өйҙәре әллә ҡайҙан балҡып ултыра икән, малдарының күплеген дәлилләп, йәй буйы бесән әҙерләп, бер-бер артлы кәбәндәр теҙелгән икән, уңған хужабикәләрҙең иртә яҙҙан алып көткән һарыҡай бәпкәләре ҡаҙ йә өйрәккә әйләнгән икән, тимәк, был ауылда егәрле халыҡ йәшәй. Таң һарыһынан кискә тиклем эш менән мәшғүл булған ауыл кешеһенең нисек инде эсергә, ҡулына рюмка тоторға ваҡыты ҡалһын. Быҙауҙарын һағынып ҡайтҡан һәүкәштәре, урам тултырып ҡаңғылдашып осҡан ҡош-ҡорттары, хан һарайылай һалынған йорттағы мең хәстәр-мәшәҡәте быға бер нисек тә юл ҡуймаясаҡ.
Түбәнге Яйыҡбай ауылы минең һынауымды бар яҡлап та теүәл үтте, тимәк, өлгәшәһе уңыштары, яулайһы үрҙәре алда әле. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүселәр рәтендә Түбәнге Яйыҡбай ауылын да күрергә насип булһын. Халҡының тырышлығы менән берҙәмлеге йылдар дауамында йәнәш барһын, йыл һайын “Күл буйына килһәң ине” тип йырлап, тыуған ерҙәрен йәмләп, айыҡ һәм сәләмәт тормошта йәшәһендәр, “Күңел усағы” ауыл кешеләренә ҡуҙ өҫтәһен, Һаҡмар буйындағы ҡарағастар урман булып шаулаһын.