Йәмғиәт
4 Ноябрь 2020, 17:00

"Ала-Тоо" алға ҡарап йәшәй

Ҡырғыҙ мәҙәниәте берлеге етәксеһе Соно Алиева байрам уңайынан ҡотланы һәм үҙ эшмәкәрлектәре тураһында бәйән итте.

Билдәле булыуынса, быйыл пандемияға бәйле Ҡырғыҙстандан 1300-гә яҡын кеше, үҙ иленә ҡайта алмайынса, ауыр хәлдә ҡалды. Шул саҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уларға ярҙам ҡулы һуҙҙы, республика халҡы ла хәлде аңлап ҡабул итте.
Ошо ваҡиға ла төбәгебеҙҙә халыҡтар дуҫлығының ғәмәлдә бойомға ашырылыуын сағылдырҙы.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда “Ала-Тоо” ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге” төбәк йәмәғәт берлеге бар. Уның етәксеһе Соно Алиева байрам уңайынан ҡотланы һәм үҙ эшмәкәрлектәре тураһында бәйән итте.
"Беҙҙең йәмәғәт ойошмаһы исеменән күп милләтле Башҡортостан халҡын Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләйем. Халыҡтар дуҫлығы – һәр йәмғиәттең төп ҡиммәттәренең береһе. Беҙ, ҡырғыҙ халҡы вәкилдәре, уртаҡ йортобоҙ Башҡортостандың сәскә атыуын теләйбеҙ. Байрам алдынан беҙҙең үҙәк менән Башҡорт дәүләт университеты тарафынан “Башҡорт һәм ҡырғыҙҙарҙың рухи мәҙәниәте” темаһына ғилми-ғәмәли конференция үткәрелде. Унда ике республика ғалимдары ҡатнашты. Бындай саралар халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығыта, тип иҫәпләйем. Шулай киләсәккә табан бергә барырға тейешбеҙ", – тине Соно Алиева.
Фото: kyrgyzu.com
Читайте нас