Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте республикала милләт-ара татыулыҡ, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ булдырыуға ҙур өлөш индерә, улар уҙғарған саралар ҙа ошо йүнәлештә алып барыла. Гүзәл заттарыбыҙ башҡа милли ойошмалар менән дә берҙәм, килешеп эшләй.
Ошо хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина үҙенең ҡотлау һүҙендә әйтте:
– Хөрмәтле ватандаштар, һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Бөгөнгө байрам - Рәсәй халҡының сағыу хәрби йолаларын таныу, батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоу ул.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа һәм татыулыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә һәм киләсәгебеҙҙең лайыҡлы нигеҙе булып тора.
Изге ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын, илебеҙ ныҡлы, халыҡтар берҙәм, ғаиләләр имен, эштәр бәрәкәтле һәм уңышлы булһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, бәхет һәм татыулыҡ теләйем!
Фото: социаль селтәрҙән.