Йәмғиәт
4 Ноябрь 2020, 16:00

"Башҡорт теле миңә үҙ телемдәй яҡын"

Һүҙ - Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Римма Үтәшеваға.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Римма Үтәшева республикала барлыҡ халыҡтар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылғанын билдәләне.


"Халыҡтар берҙәмлеге көнөн 2005 йылдан билдәләйбеҙ. Быйыл уның ҙур булмаған юбилейы – 15 йыллығы, – тине Римма Үтәшева. – Мин уны берләшеү байрамы тип ҡабул итәм. Мәҫәлән, әле бер ғаилә булып пандемияға ҡаршы көрәшәбеҙ – власть вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, ғөмүмән, барлыҡ халыҡ.


1612 йылда ла рустар ғына түгел, ә бөтөн Рәсәй халҡы берләшеп, сит ил интервенттарын еребеҙҙән ҡыуып сығара, ул саҡта ла һәр кем хәленән һәм көсөнән килгәнсә ярҙам итә. Шул берҙәмлек арҡаһында еңеүгә өлгәшәләр.

Беҙҙең Рәсәй – күп милләтле дәүләт. Башҡортостанда ла төрлө халыҡ вәкилдәре бер ғаиләләй берҙәм, татыу йәшәй. Мәҫәлән, миңә башҡорт теле лә татар теле кеүек үк яҡын. Республикала төрлө милләт вәкилдәре өсөн театрҙар эшләй, гәзиттәр сығарыла, туған телендә дәрестәр бирелә. Әйтәйек, үткән аҙнала беҙҙең ойошма рус мәктәбендә татар телен уҡытыуға грант отто. Былтыр “Нур” татар театры алдында шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асылды. Ғөмүмән, республика Башлығының башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата мөнәсәбәте юғары баһаға лайыҡ.


Бөгөн - матур байрам. Киләсәктә лә бергә булғанда ғына бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға аласаҡбыҙ, шул иҫәптән пандемияны ла. Беҙ булдырабыҙ!"
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас