Башҡортостан халҡы һәр ваҡыт ҡунаҡсыллығы, татыулығы менән айырылып тора. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән республика халҡын ҡотлап, ошо хаҡта түбәндәге фекерҙәре менән уртаҡлашты:
– Был байрамды билдәләгәндә беҙ күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлегенә, еңел булмаған һынауҙар осоронда илебеҙҙе һаҡлап алып ҡалған бөйөк халҡымдың бөтә бауындарына ҙур ихтирам белдерәбеҙ.
Һис шикһеҙ, илебеҙ халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән көслө. Ул ҡунаҡсыл да, йомарт та. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан атҡарылған халыҡтар берҙәмлеген нығытыуға, татыулығын арттырыуға булышлыҡ иткән эштәр бихисап. Был йүнәлеш ҡоролтайҙың айырым бер бурысы һанала тиһәм дә, хата булмаҫ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән халҡыбыҙҙы бөгөнгө яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа өндәгән ошо байрам менән тәбрикләп, Башҡортостан – берҙәмлек йәшәгән дуҫлыҡ йорто, тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам. Байрам менән дуҫтар, милләттәштәр, туғандар!