Башҡортостан – 160-тан ашыу милләт вәкилдәре өсөн дөйөм йорт: республикала уларҙың рухи ҡиммәттәре һаҡланһын, үҫешһен өсөн шарттар тыуҙырыла. Ошо маҡсатта булдырылған Халыҡтар дуҫлығы йорто 24 тарихи-мәҙәни үҙәкте берләштерә, шул иҫәптән республикала – 17 үҙәк, ә күрше төбәктәрҙә алты башҡорт үҙәге эшләп килә. Ойошма республиканың 50-нән ашыу милли-мәҙәни берлеге менән хеҙмәттәшлек итә. Улар араһында Башҡортостан рустары соборы - иң ҙурҙар иҫәбендә.
Был төбәк йәмәғәт ойошмаһы идаралығы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Валентин Павлов Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы:
– Бөгөнгө дәүләт байрамының төп бурысы – социаль хәленә, милләтенә һәм диненә ҡарамайынса, Рәсәй халҡын берләштереү. Уның тарихы 1612 йылда Мәскәүҙе поляк баҫҡынсыларынан азат итеү ваҡиғаһына бәйле. Төрлө дин, милләт кешеләре дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеү өсөн туплана. Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ополчение Ҡытай-ҡалаға һөжүм итә һәм Мәскәүҙе поляк-литва баҫҡынсыларынан таҙарта. Рус ғәскәрҙәре Ҡазан Алла Анаһы тәреһе менән Кремлгә үтә. Ошо уңайҙан 1649 йылда батша тарафынан 4 ноябрь дәүләт байрамы– Ҡазан Алла Анаһы тәреһе көнө тип иғлан ителә. Илдең яңы тарихында иһә, 2004 йылдың сентябрендә, Рәсәйҙең Дин-ара советы 4 ноябрҙе Халыҡ берҙәмлеге көнө итеп билдәләү тәҡдиме менән сыға. Президент Владимир Путин шул йылдың 29 декабрендә “Рәсәйҙәге хәрби дан һәм иҫтәлекле көндәр тураһында”ғы федераль законға үҙгәрештәр индереүгә бәйле төҙәтмәләргә ҡул ҡуя. Документҡа ярашлы, байрам әлеге статусын ала.
“Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – республикала йәшәгән халыҡтарҙы туплау, рухи берҙәмлек, тыуған ергә, илгә ҡарата һөйөүҙе арттырыу.
Собор исеменән һеҙҙе, ватандаштар, Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым. Һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйем!