Йәмғиәт
5 Ноябрь 2020, 07:30

Ике малай һуғышҡан...

Тик бына Салауат ҡалаһындағы был хәл бик аяныслы тамамланған.

Салауат ҡалаһында бик үкенесле хәл теркәлгән: 16 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән. Күҙалланыуынса, үҫмер IX класс уҡыусыһы менән һуғышҡанда ергә ҡолаған һәм уның ғүмере өҙөлгән.
“Салауат ҡалаһы прокуратураһы бәлиғ булмаған егеттең үҙ тиҫтеренә тән йәрәхәттәре яһауына ҡарата енәйәт эше асылыуына бәйле тикшереү үткәргән”, – тип хәбәр итә республика Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Беҙ ғүмере ваҡытынан алда өҙөлгән 16 йәшлек егеттең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: В. Шахов (“Башинформ”).
Читайте нас