Өфөләге фатирҙарҙың береһендә бәләкәй генә бер көсөк хужаларға әллә күпме мәшәҡәт тыуҙырған. Ғаилә башлығы өйгә ҡайтып инһә, сүплеккә ырғытырға тип әҙерләгән кер йыуыу машинаһы эргәһендә балаларҙың мәж килгәнен күреп аптырап ҡала, шулай уҡ шыңшыған тауышты ишетә.
“Кер йыуыу машинаһы эсендә ике айлыҡ көсөк ултырғанын күрҙек. Асыҡланыуынса, балаларҙың береһе көсөк менән уйнап, уның өсөн кер йыуыу машинаһынан да яҡшыраҡ урын тапмай. Тик хайуанды кире сығара алмай, сөнки көсөктөң бәләкәй генә тәпәйе барабан ярығында ҡыҫылып ҡалған. Сабыйҙың ағаһы ла, атаһы ла уға бер нисек тә ярҙам итә алмағас, беҙгә шылтыраттылар,” - тип аңлаттылар ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Өфөнөң Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре, төрлө алымдар ҡулланып, ун минуттан һуң көсөктө тотҡондан сығара. Хәстәрлекле хужалар ҡурҡыуҙан ҡалтыранған хайуандың сәләмәтлеген тикшереү өсөн шунда уҡ ветеринарға алып китә.