Ниһайәт, Лагеревтар ғаиләһе йортло булды. Былтыр йәй Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында йәшәгән Юлия Лагерева һәм уның балалары янғын арҡаһында өйһөҙ ҡалғайны. Ә быйыл ғинуарҙа ғаилә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан 700 мең һумлыҡ сертификат алғайны. Әле улар Айсыуаҡ ауылында өс бүлмәле йортҡа күсенде. Ихатала мунса, һарай, гараж да бар.
Павел һәм Александр исемле улдар тәрбиәләгән яңғыҙ әсә, финанс ярҙамы һорап, район хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа мөрәжәғәт итә, ул үҙ сиратында – республика етәксеһенә. Һөҙөмтәлә "Мәрхәмәтлелек шаһиты" хәйриә фонды Лагеревтарға йорт алырға кәрәкле сумманы йыя. Ғаилә бер нисә тәҡдим ителгән торлаҡ вариантынан үҙенә ҡулайлыһын һайлай.
Ошо көндәрҙә хәйриә фонды вәкилдәре Лагеревтарға килде. Попечителлек советы етәксеһе Лилия Михайлова бүләктәр тапшырҙы. Ул фондтың йорттағы газ ҡаҙанлығын алмаштырырға ла ярҙам итәсәген белдерҙе.
"Тәү сиратта, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, район хакимиәте етәкселегенә, "Мәрхәмәтлелек шаһиты" хәйриә фондына, шәхсән Лилия Игоревнаға рәхмәт белдерәм. Хәҙер беҙҙең йәшәр урыныбыҙ бар. Киләсәктә баҡса сәсергә, мунсаның мейесен алмаштырырға уйлайбыҙ", – тип ҡыуанып һөйләй Юлия «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына. Улы Александрға ла бында бик оҡшай.
"Радий Фәрит улының булышлығы менән беҙ был ғаиләнең хыялын тормошҡа ашыра алдыҡ. Ул ысын күңелдән ошондай ут сығыуы арҡаһында мөлкәтен юғалтҡан кешеләр өсөн борсола.
Янғын – бик ҡурҡыныс күренеш. Беҙгә халыҡҡа янғын хәүефһеҙлеге тураһында иҫтә тотоуҙы, мөлкәтте страховкалау кәрәклеген онотмауҙы иҫкәртеп торорға кәрәк. Һәр бер ата-әсә балаларының хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш", – ти Лилия Михайлова.
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге.