“Футурика” йәштәр инновациялы ижад үҙәге бер көнгә Worldskills ярыштарға идара итеү үҙәгенә әүерелде. 2021 йылда “Прототиптар әҙерләү” компетенцияһы буйынса Worldskills Russia төбәк ярыштарында ҡатнашыу хоҡуғына һайлап алыу этабы туранан-тура һәм арауыҡта уҙғарылды.
Унда Өфөнөң 85-се мәктәбе, 5-се һәм 83-сө лицейҙары, Октябрьскийҙың 9-сы мәктәбе, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге художество гимназия-интернаты, “Глобус” балалар ижады үҙәге, 1-се һәм 2-се республика балалар белем биреү технопарктары командалары ҡатнашты. Балаларға электрон платоларҙы йәбештереү өсөн аҫлыҡ деталдәре әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Был эште улар уңышлы атҡарып сыҡты.
Эштәрҙе баһалау һөҙөмтәһендә чемпионаттың төбәк этабына һигеҙ команданың бишәүһе үтте. Тәүге өс урынды 85-се мәктәп, 83-сө лицей һәм “Глобус” үҙәге профессионалдары яуланы. Сараның төбәк этабы декабрҙә була.
Мәғлүм булыуынса, “Футурика” үҙәге республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә ойоштролдо.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru