Баймаҡ районына булған эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Темәстән һуң ҡаланың 5-се мәктәбенә барҙы. Ул былтыр октябрь айында ғына асылғайны. Өс ҡатлы яңы бинаны республиканың 100 йыллығына арнап ун ай эсендә төҙөп бөткәйнеләр.
Район өсөн үҙенсәлекле был объект бөтә заман талаптарына яуап бирә. Бында медпункт, китапхана, спортзал, ҙур ашхана бар, ихатала уйын һәм гимнастика майҙансыҡтары, резина япмалы футбол һәм баскетбол майҙансыҡтары бар. Мәктәптә 282 бала уҡый, балалар баҡсаһына 120 бала йөрөй.
Баймаҡ районының мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин белдереүенсә, муниципалитет мәктәптәрендә берҙәм һанлы белем биреү системаһы индерелә: электрон дәрестәр теҙмәһе, класс журналы, уҡыусылар көндәлеге, мәктәпки килеүҙе контролдә тотоу һәм башҡалар. Баймаҡ уҡыусылары һигеҙ мең самаһы электрон карта алған, улар менән уҡыу йортона инергә була һәм йәмәғәт транспортында түләп, ташлама алырға мөмкин. Был карталар ярҙамында мәктәп ашханаларында ҡулаҡсаһыҙ түләү системаһы ла көйләнгән.
Радий Хәбиров күнекмәләр залын ҡарап сыҡты. Ул “Спорт көрәше – мәктәптәргә” проекты сиктәрендә тулыһынса йыһазландырылған. Тренер Илшат Вәлитов белдереүенсә, был - Баймаҡта ошондай икенсе зал. Ике майҙансыҡта 70-тән ашыу йәш спортсы спорт көрәше һәм 120-нән ашыу кеше милли көрәш менән шөғөлләнә. Икенсе тренер Алмир Ишниязов ярыштарға сығыу мөмкинлеге булһын өсөн көрәшселәргә автобус бүлеүҙе һораны. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Баймаҡ ҡалаһындағы “Труд” стадионын 2013 йылда уҡ төҙөй башлайҙар, тик һаман файҙаланыуға тапшырмағандар. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 80 миллион һум аҡса һалынған, тик был объект эшләмәй, уны вандалдар даими рәүештә килеп емереп тора. Былтыр июндә бында килгән сағында Радий Хәбиров уны ҡарап сығып, тиҙ арала төҙөлөш эштәрен тамамларға ҡушҡайны.
“РегионТермоСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Александр Беляев һөйләүенсә, ремонт эштәренең дөйөм хаҡы 10 миллион һум самаһы тәшкил итә. Проект тейешле экспертиза үткән, эшселәр зыян күргән поликарбонат япманы һүтә башлаған. Улар ҡыйығын яңыртасаҡ, ишектәрен, тәҙрә һәм ағас трибуналарҙы алмаштырасаҡ, емерелгән иҙән һәм түбәне тергеҙәсәк. Шулай уҡ йылытыу, вентиляция, яҡтыртыу, янғын сигнализацияһы системаларын ҡуясаҡтар. Стадионды 2021 йылдың июлендә асырға йыйыналар.
– Баймаҡтағы “Труд” стадионы – кешеләрҙең яуапһыҙлығы миҫалы. Уны бер нисә йыл элек төҙөгәндәр һәм етешһеҙлектәре бик күп булған. Трибуналар өҫтөндә ҡыйыҡтан һыу аға, трибуналар иһә серегән, эстәге стеналар күгәргән. Стадионды ремонтлаясаҡбыҙ, баймаҡтар сифатлы шарттарҙа спорт менән шөғөлләнергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Биләмәне төҙөкләндереү тураһында ла онотмағыҙ. Күреп торам, йүгереү юлдары боҙола башлаған, уны ла тергеҙергә кәрәк. Киләһе йәйҙә бөтәһе лә әҙер булырға тейеш.
Башҡортостанда "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте автопаркын яңыртыу эштәре дауам итә. Башҡортостан Башлығы Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы медицина учреждениеларына алты медицина машинаһы асҡысын тапшырҙы. Төрлө ерҙән үтә алған был заманса машиналарҙы республика бюджеты иҫәбенә алғандар.
– Беҙ артабан да "Ашығыс ярҙам"дың автомобиль паркын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был эштә әүҙем ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең табиптарға ҙур рәхмәт. Бөтә нимә һеҙҙең иңдәрҙә ята. Әлегә республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы коронавирустың ауыр баҫымын лайыҡлы кире ҡаға. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Көньяҡ Урал табиптары менән аралашҡан саҡта Башҡортостан Башлығы район һәм ҡала дауаханаларын яңыртыу пландары тураһында һөйләште, коронавирусҡа бәйле ағымдағы хәлде тикшерҙеләр.
Радий Хәбиров яңы компьютер томографын ҡараны. Уны Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы коронавирусҡа шик булған пациенттарҙы тикшереү өсөн алған. Пандемия осоронда мөһим булған был ҡорамалды 15 ноябрҙә эшкә ҡушырға планлаштыралар.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе буласаҡ балалар поликлиникаһы майҙанын ҡараны. Әле булған педиатрия учреждениеһы бының өсөн тәғәйенләнмәгән бинала урынлашҡан. Сменаһына 300 кешене ҡабул итәсәк яңы поликлиника киләһе йылдың беренсе кварталында федераль аҡсаға төҙөлә башлаясаҡ. Эштәр йыл дауамында тамамланырға тейеш.
Радий Хәбиров дауахана ҡаласығын төҙөкләндерергә, корпустарҙың фасадын яңыртырға һәм уңайлы "Ашығыс ярҙам" машинаһы бүлергә ҡушты. Баш табип Әлиә Зөлҡәрнәева белдереүенсә, ул ауырлы ҡатындарҙы Өфөгә күсереү өсөн кәрәк.
Баймаҡ ҡалаһында Радий Хәбиров Әлибаев урамында булды һәм быйыл “Башҡортостан ихаталары” республика программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ике ихатаны ҡараны.
Был маҡсаттарҙа дөйөм алғанда 8,2 миллион һум аҡса тотонолған. Ихатала резина япмалы балалар һәм спорт майҙансыҡтары, сикләгестәр ҡуйылған, ял биләмәһе эшләнгән, машиналар ҡуйыу урыны булдырылған, яҡтылыҡ системаһы эшләнгән һәм контейнер майҙансығы яңыртылған. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, бындағы кеүек өлгөлө контейнер майҙынсыҡтары бөтә райондар өсөн өлгө булырға тейеш.
Урындағы кешеләр белдереүенсә, муниципалитет һәм төҙөүсе ойошма уларҙың барлыҡ теләктәрен тыңлаған. Хәҙер күрше ихатаны төҙөкләндерер кәрәк. Радий Хәбиров уны икенсе йыл проектына индерергә ҡушты.
Баймаҡ ҡалаһы быйыл бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәрҙең береһе булған. Федераль грант сиктәрендә 2021-2022 йылдарҙа ҡала үҙәге яңыртыласаҡ һәм заманса йәмәғәт киңлеге булдырыласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.