“Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә сифатһыҙ эшләнгән ремонт тураһында хәбәр иткәйнек. Былтыр Бөрө ҡалаһының Тыныслыҡ урамындағы 148-се йорт ихатаһында башҡарылған ремонтта етешһеҙлектәр табылғайны.
Яҙғы тикшереү барышында балалар майҙансығына түшәлгән резина япманың тигеҙ түгеллеге асыҡлана. Шулай уҡ 1-се һәм 5-се подъездар алдында һыу йыйыла. Был етешһеҙлектәр буйынса төҙөүселәргә дәғүә ебәрелә, һөҙөмтәлә быйыл майҙа япма яңынан түшәлә. Ә бына 1-се һәм 5-се подъездар алды ошо көнгә тиклем яңынан асфальтланмаған килеш ҡала килә. Сифатһыҙ ремонт проблемаһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та иғтибар итте һәм тиҙ арала уларҙы юҡҡа сығарырға ҡушты.
Сифатһыҙ башҡарылған ремонт урындағы халыҡ өсөн проблема тыуҙырған: ямғыр яуған һайын һыу подвалға ағып төшә, шул сәбәпле ҡайһы бер кешеләрҙең фатирында еүеш. Күгәргән урындар ҙа барлыҡҡа килгән.
Подрядсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, проект буйынса ихатала ямғыр канализацияһы ҡаралмаған. Тик улар проблеманы аҙна һуңына тиклем бөтөрөргә вәғәҙә бирәләр. Һәм бына бөгөн билдәле булыуынса, етешһеҙлек юҡҡа сығарылған.
“Тейешенсә асфальт түшәйбеҙ, бынан һуң күләүек булмаясаҡ. Кешеләргә подъездарға инеү-сығыу уңайлы буласаҡ. Бөгөн эштәр тулыһынса башҡарылып бөтөсәк”, – тигән төҙөүсе ойошма вәкиле Гнун Петросян.