Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районында эш сәфәрендә йөрөй. Ул райондың социаль инфраструктура объекттарында булды, ихаталар төҙөкләндереү барышы менән танышты, шулай уҡ урындағы ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре менән районда был тармаҡтың үҫеш мөмкинлектәрен ҡараны.
Был районда ошоға тиклем булған сағында Радий Хәбиров Темәс ауылында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөй башлауҙы тиҙләтергә ҡушҡайны. Был бассейнлы объекттың дөйөм майҙаны 3,4 мең квадрат метр буласаҡ. Бында темәстәр генә түгел, күрше ауыл кешеләре лә килеп шөғөлләнә аласаҡ. Комплекстың хаҡы 260 миллион һум тәшкил итәсәк.
Генераль подрядсы ойошма “Али-мастер” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Салауат Шахмөхәмәтов белдереүенсә, бер ай эсендә ер участкаһын бүлеү һәм уның статусын нығытыу мәсьәләһен хәл итеүгә өлгәшкәндәр. Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексының проектын техник экспертизаға йүнәлткәндәр. Майҙансыҡта әҙерлек эштәре 6 ноябрҙә башланған. Әле төҙөүселәр буласаҡ нигеҙ өсөн урын әҙерләй.
Башҡортостан Башлығы буласаҡ спорт комплексына хеҙмәткәрҙәр эҙләү эшен башларға ҡушты. Яңы объект 2021 йылдың йәй аҙағында асыласаҡ.
Радий Хәбиров Темәс ауылы халҡы менән аралашты. Улар етәксегә ауыл проблемаларына иғтибарлы булғаны өсөн рәхмәт әйтте. Башҡортостан Башлығы ауыл клубына яңы музыкаль ҡорамалдар алышыуҙа ярҙам итергә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта әлеге эпидемиологик хәл арҡаһында барлыҡ ҙур сараларҙы, шул иҫәптән Яңы йыл байрамын да кисектереп торорға тура киләсәге тураһында әйтте.
Бынан тыш, темәстәр яҡташтары Бибисара Азаматова тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү тураһында һораны. Билдәле булыуынса, популяр йырсы октябрҙә вафат булғайны. Радий Хәбиров ауыл урамдарының береһенә уның исемен биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
– Миңә Темәс оҡшай – матур, көслө ауыл. Бында, ысынлап та, үҙенең тыуған ерен яратҡан кешеләр йәшәгәне күренеп тора. Ауыл урамдары тағы ла матурыраҡ булһын өсөн йәшелләндереү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Темәстә төбәк етәксеһе шәхси эшҡыуар Ишдәүләт Ғибәҙәтов ойошторған биҙәү таштары етештереүен ҡарап сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Баймаҡ районында легаль булмаған ҡаҙылма байлыҡ табыу мәсьәләһе бик киҫкен тора ине. Тик Радий Хәбиров ҡыҫылғас ҡына уны хәл итеү мөмкин булды. Хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, республика Хөкүмәте һәм урындағы хакимиәттең берҙәм эшмәкәрлеге арҡаһында законһыҙ карьерҙар юҡҡа сығарылды. Ғәмәлдәге эшҡыуарҙар фәҡәт лицензия сиктәрендә эшләй.
– "Ҡара ҡыҙыусыларҙан" ҡотолоу беҙҙең төп маҡсат ине, – тине Радий Фәрит улы. – Хәҙер законға ярашлы эшләгән, намыҫлы эшҡыуарҙарға ярҙам итәсәкбеҙ. Бынан тыш, сәнәғәт патриотизмын үҫтереү ҙә кәрәк. Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙы тәү сиратта үҙебеҙ файҙаланырға тейешбеҙ.
Ишдәүләт Ғибәҙәтов белдереүенсә, еңел булмаған эпидемиологик хәл арҡаһында уның тауарына ихтыяж кәмегән. Башҡортостан Башлығы республикала төҙөкләндереү буйынса ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙары тураһында әйтте. Материалдар һайлаған ваҡытта төҙөүселәр республикала етештерелгәндәренә өҫтөнлөк бирә. Төбәк етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа Баймаҡта етештерелгән плитәләрҙе ҡулланыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.