Йәмғиәт
8 Ноябрь 2020, 13:00

Ҡариҙелдә яңы етәксе тәғәйенләнде

Илдар Ғәрифуллинға Салауат Юлаев ордены тапшырылды.

Мәғлүм булыуынса, быйылғы йылдың 15 октябрендә Ҡариҙел районының элекке башлығы Илдар Ғарифуллин эштән китеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Район Советы депутаттары Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы вазифаһына Айҙар Шәйҙуллиндың кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Ул быға тиклем район хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары булып эшләгән.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙен еткерҙе һәм Айҙар Шәйҙуллинды яңы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы.
Александр Геннадьевич Илдар Ғәрифуллинға оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдереп, Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Әйткәндәй, Илдар Вил улы 35 йыл ғүмерен районға арнаған. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн ул шулай уҡ муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде һәм уның исемен Ҡариҙел районының Почет китабына индерергә ҡарар ителде.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас