Учалыла ҡаты ауырыуҙан һуң, 74-се йәшендә шағир, яҙыусы, сәсән, ҡурайсы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Муса Мортазин, Фәтих Кәрим, Мөхәмәтша Буранғолов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, төрлө жанрҙағы ике тиҫтәнән ашыу китап авторы Мәүлит Ямалетдинов вафат булды.
Мәүлит Байгилде улы Ямалетдинов 1947 йылдың 5 февралендә Учалы районының Аһылай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.
Күрше Ҡаҙаҡҡол ауылындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл урындағы «Байрамғол» совхозында эшләй. 1964-1968 йылдарҙа Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡый.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ ҡалаһындағы мәктәп-интернатта музыка уҡытыусыһы булып башлай. Артабан Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Сибай ҡалаһы мәктәп-интернатында музыканан уҡыта, Иҫке Сибай балалар музыка мәктәбенең директоры була. 1977-1984 йылдарҙа Учалы районының Уральск ҡасабаһында музыка мәктәбе директоры булып эшләй.
1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1987 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый, 2001 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Учалы яҙыусылар ойошмаһында яуаплы сәркәтип була, Учалы районында милли-ижтимағи ойошманы етәкләй. «Ватандаш», «Ағиҙел» журналдарында эшләй. “Ҡуңыр буға” ойошмаһын етәкләй.
«Башҡортостан» гәзите коллективы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.